

Республикабыҙҙағы ауыл советтары биләмәләре башлыҡтарының береһе Гөлнәфис Ғәфиева махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам илтеүҙә ҡатнашты. Был хаҡта “Башҡортостан батальоны” каналы хәбәр итә.
Биләмә башлығының ике улы ла 2022 йылдан алып махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. “Гуф” һәм “Уран” – офицерҙар, хәрби бурыстарын намыҫ менән башҡаралар. Әсә улдары менән ғорурланып, көн дә алғы һыҙыҡтан хәбәр көтөп, сабырлығын туплап йәшәй. Яңыраҡ гуманитар ярҙам туплауҙы ойоштороп, үҙе лә йөктө урынға илтеүҙә ҡатнашты. Батыр улдарыңды күреп ҡосаҡлау – үҙе бәхет!
Фото: шәхси архивтан.