Яугир кадрҙар программаһының дүртенсе модулен уңышлы үтте

Был үҙәктә ҡатнашыусыларҙы власть органдарында, дәүләт учреждениеларында һәм бизнеста эшләүгә әҙерләүгә йүнәлтелгән проект финалсылары өсөн мөһим аҙым

Яугир кадрҙар программаһының дүртенсе модулен уңышлы үттеЯугир кадрҙар программаһының дүртенсе модулен уңышлы үтте
Яугир кадрҙар программаһының дүртенсе модулен уңышлы үтте

Дүртөйлө районы башлығы Риф Йосопов, “Башҡортостан геройҙары” программаһы остазы, финалисы Радик Ғәлимовтың уңыштары хаҡында һөйләне.

– Минең тәрбиәләнеүсем Радик Ғәлимов “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһының дүртенсе модулен уңышлы үтте. Был үҙәктә ҡатнашыусыларҙы власть органдарында, дәүләт учреждениеларында һәм бизнеста эшләүгә әҙерләүгә йүнәлтелгән проект финалсылары өсөн мөһим аҙым, — тип белдерҙе Риф Йосопов.

Финалсыларҙы алда сығарылыш эштәрен яҡлау көтә. Программаны уңышлы тамамлау Радик Ғәлимовҡа Һәм башҡа ҡатнашыусыларға Башҡортостандың идара итеү командаһы сафын тулыландырырға һәм ҡайтанан профессиональ әҙерлек үтеү тураһында дипломдар алырға мөмкинлек бирәсәк.

Риф Йосопов тәрбиәләнеүсеһенә һәм бөтә ҡатнашыусыларға артабан да уңыштар теләне.

Фото: vk.com/geroi_bashkortostana.

Яугир кадрҙар программаһының дүртенсе модулен уңышлы үтте
Яугир кадрҙар программаһының дүртенсе модулен уңышлы үтте
Яугир кадрҙар программаһының дүртенсе модулен уңышлы үтте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас