

Ауырғазы районында тыуып үҫкән яугир махсус хәрби операцияла ни өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары хеҙмәтенә, яңы технологияларға ихтыяж булыуын аңлатты.
“Егорка” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ул махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән дуҫ-иштәре, хеҙмәттәштәре, ағаһы артынан эйәреп китә. Уның әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләү күнекмәләренә эйә яугирҙәр кәрәк. “Һәр взводта пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләгән һалдат бар. Уның оҫталығынан, тәжрибәһенән күп нимә тора: хеҙмәттәштәренең ғүмерен һаҡлау ҙа, разведка һөҙөмтәһе лә, уңышҡа өлгәшеү ҙә. Хәрби хеҙмәттәге яңы технологиялар бик мөһим, уларҙы ҡыйыу үҙләштереү талап ителә”, – тине ул.
“Егорка”ның әйтеүенсә, заманса күнекмәләр хәрби хәрәкәттәрҙә торған һайын ҙурыраҡ роль уйнаясаҡ. Ә дрондар операторы хеҙмәте абруйлы ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә. Пилотһыҙ осоу операторҙары – бөгөн армияла бик мөһим төп белгеслектәрҙең береһе. Улар разведка алып барырға, штурм төркөмдәренә ярҙам итергә, хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.
Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай.
Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла. Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инеү мөмкинлеге бар.
Фото: шәхси архивтан.