Ветерандар уларға ышанып килә

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү системаһын камиллаштырыу дауам итә. 

Ветерандар уларға ышанып киләВетерандар уларға ышанып килә
Ветерандар уларға ышанып килә

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеүен дауам итә. Ойошма етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә ошо эштең йомғаҡтары тураһында һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылдың апрелендә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондын булдырҙы. Ә 1 июндә уның филиалдары илдең бөтә төбәктәрендә асылды.

Фондтың мөһим бурыстарының береһе – ветерандарҙы дәүләт исемлегенә инмәгән юғары технологиялы реабилитация саралары менән тәьмин итеү, шулай уҡ торлаҡтарын инвалидтарҙың шәхси ихтыяждарына яраҡлаштырыу.

– Техник реабилитация саралары яугирҙәргә әүҙем тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, эшләргә һәм хатта хеҙмәтен дауам итергә ярҙам итә, – тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.

Фонд хоҡуҡи ярҙамға ҙур иғтибар бүлә. Алыҫ территорияларҙа йәшәүселәр өсөн “Ватанды һаҡлаусылар”Юридик десанты” проекты ойошторола.

Социаль адаптацияның төп йүнәлештәре иҫәбендә спорт ҡала. Бөгөн адаптив дисциплиналар менән 500-гә яҡын махсус хәрби операция ветераны шөғөлләнә. 2025 йылда ғына республикала улар ҡатнашлығында 900-ҙән ашыу ярыштар һәм спорт акциялары уҙҙы.

Башҡортостанда фондтың йәмәғәт проекттары ла әүҙем үҫешә. Мәҫәлән, 2026 йылдың мартында Өфө “Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йөрәге” беренсе округ фестивален ҡабул итте. Ул Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 160 яугир әсәһен һәм ҡатынын берләштерҙе.

– Уҙған өс йылда беҙ власть органдары, йәмәғәт һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәле системаһын төҙөнөк, хеҙмәттәшлек тураһында 150-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Был граждандарҙың мөрәжәғәттәрен тиҙ арала хәл итергә, яҡлаусыларыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә, – тип йомғаҡ яһаны Гөлнур Ҡолһарина.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас