27-се гуманитар ылау тапшырылды

Тейәүҙә үҫмерҙәр ҙә ҡатнаша.

27-се гуманитар ылау тапшырылды27-се гуманитар ылау тапшырылды
27-се гуманитар ылау тапшырылды

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә Нефтекама ҡалаһы халҡынан ярҙамға 27-се гуманитар ылау алып барып тапшырылды. Урындағы етәкселек был эшкә өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерә.

– Тәү сиратта ирекмәндәргә рәхмәт. Улар арыу-талыуһыҙ маскировка селтәрҙәре үреүҙе дауам итә. Хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ, – ти хакимиәт етәкселеге. – Шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларының ярҙамда өлөшө ҙур. Улар ялан шарттарында аҙыҡ әҙерләү өсөн “буржуйка” мейестәре етештерә. Ҡорал турелдәре эшләүгә металл ташыған компанияларға ла рәхмәт белдерәбеҙ. Пулеметтарҙы фиксациялауға тәғәйенләнгән был ҡорамалдар дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы тороуҙа ла ҡулланыла. Айырыуса “камикадзе”ларҙың һөжүменән ышаныслы һаҡлай.

Нефтекама ҡалаһы етәкселеге гуманитар ылау йыйыуҙа хәрби ойошмалар ветерандарының әүҙемлеген билдәләй. Улар ярҙам туплап ҡына ҡалмай, ә МХО биләмәһенә алып барып та килә. Араларында ҡатмарлы сәфәргә бер нисә тапҡыр юлланғандар ҙа бар.

27-се ылауҙы тейәгәндә Нефтекаманың 7-се мәктәбенән 16 йәшлек Иван исемле үҫмер ҙә ҡатнашҡан. Ул ағаһы – ветерандар ойошмаһы ағзаһы Александр Житков менән бергә килгән.

– Шулай уҡ Артур Ғарипов, Ленар Хәбиров, Нил Лоҡманов кеүек яҡташтарыбыҙға, Александр, Артур исемле водителдәргә рәхмәт. Улар барыһы ла йәш быуынға ысын илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтә, – ти Нефтекама ҡалаһы етәкселеге.

Фотолар: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

27-се гуманитар ылау тапшырылды
27-се гуманитар ылау тапшырылды
27-се гуманитар ылау тапшырылды
27-се гуманитар ылау тапшырылды
27-се гуманитар ылау тапшырылды
27-се гуманитар ылау тапшырылды
27-се гуманитар ылау тапшырылды
27-се гуманитар ылау тапшырылды
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас