Дүртөйлө яугирҙәре нисек йәшәй?

Улар менән Радий Хәбиров осрашты.

Дүртөйлө яугирҙәре нисек йәшәй?Дүртөйлө яугирҙәре нисек йәшәй?
Дүртөйлө яугирҙәре нисек йәшәй?

“Илебеҙ именлеген һаҡлап һәләк булған яугирҙәребеҙҙең рухы алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың ғаиләләре хаҡында һәр саҡ хәстәрлек күрәсәкбеҙ”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров Дүртөйлө районында МХО яугирҙәре һәм ветерандары менән осрашыуҙа.

Ул хәрбиҙәрҙең хәлен һорашты, яҡындары нисек йәшәүе, мохтажлыҡтары хаҡында белеште. Яугирҙәр иһә даими ярҙам, гуманитар ылауҙар өсөн республика етәксеһенә, халҡына, райондаштарына рәхмәт белдерҙе.  

Радий Фәрит улы билдәләүенсә, әле дүрт меңдән ашыу яҡташыбыҙ МХО-нан ҡайтҡан, улар менән реабилитация, диспансеризация, мәшғүллек эштәре алып барыла. Был йәһәттән башҡараһы бурыстар күп.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Дүртөйлө яугирҙәре нисек йәшәй?
Дүртөйлө яугирҙәре нисек йәшәй?
Дүртөйлө яугирҙәре нисек йәшәй?
Дүртөйлө яугирҙәре нисек йәшәй?
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас