Илленән ашыу хәрбиҙе ҡотҡарған

Өлкән лейтенант етәкселеге аҫтында мотоуҡсылар взводы яралыларҙы алғы һыҙыҡтан эвакуациялау бурысын үтәй...

Илленән ашыу хәрбиҙе ҡотҡарғанИлленән ашыу хәрбиҙе ҡотҡарған
Илленән ашыу хәрбиҙе ҡотҡарған

Рәсәй матбуғат агентлығы яҡташыбыҙ, Федоровка районы егете Александр Киреевтың батырлығы хаҡында хәбәр итте. Яугир илленән ашыу хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.

Һүҙ Федоровка ауылының 1-се мәктәбен, аҙаҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институтын  тамамлаған  Александр Киреев тураһында бара. Махсус хәрби операцияла ул 2022 йылдың октябренән ҡатнаша. Ҡаты яралана, дауаланғандан һәм реабилитациянан һуң яңынан сафҡа баҫа.

2026 йылдың мартында өлкән лейтенант командованиеһы аҫтында мотоуҡсылар взводы яралыларҙы алғы һыҙыҡтан эвакуациялау бурысын башҡара. Александр эвакуация системаһын ойоштора, яралыларҙы сығарыу маршруттарын билдәләй, составты төркөмдәргә бүлә, үҙ-ара аралашыу тәртибен ойоштора. Бурысты үтәү барышында дошман пилотһыҙ осоу аппараттары менән һөжүм итә. Өлкән лейтенанат хәлде баһалап, ваҡытында маршруттарға  үҙгәрештәр индерә, йәшеренеү урындарын файҙаланыуҙы ойоштора, һауа хәүефе тураһында хәбәр итеү тәртибен индерә. Быларҙың барыһы ла шәхси составтың һәләк булыу хәүефен кәметә , яралыларҙы эвакуациялау ойошҡан рәүештә бара, юғалтыуҙарға юл ҡуйылмай. Яралы һалдаттар ваҡытында медицина подразделениеларына еткерелә.

Яугирҙең ҡатынына ғәскәр часынан рәхмәт хаты ла килгән. Бер нисә генә  юл: “Һеҙҙең ирегеҙ үҙен дисциплиналы , яуаплы һәм инициативалы  хәрби хеҙмәткәр, командирҙың ышаныслы ярҙамсыһы, хеҙмәттәштәре алдында  ысын Ватан һаҡсыһы итеп  күрһәтте...” Яугирҙең ата-әсәһенә лә йылы һүҙҙәр тәғәйенләнгән. Улар ҙа рәхмәт һүҙҙәрен уҡып, улдары менән ғорурланғандыр.  Александрға һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас