МХО ирекмәндәре беренсе республика форумында булды

Сараға тотош республиканан 300-ҙән артыҡ МХО-ға ярҙам итеүсе ирекмән йыйылды.

МХО ирекмәндәре беренсе республика форумында булдыМХО ирекмәндәре беренсе республика форумында булды
МХО ирекмәндәре беренсе республика форумында булды

Әлшәйҙә үткән V ”Ер ҡото” патриотик фестивалендә “Бөтәһе лә Еңеү өсөн” тип аталған форум ойошторолдо. Беренсе тапҡыр үткәрелгән сараға тотош республиканан 300-ҙән артыҡ МХО-ға ярҙам итеүсе ирекмән йыйылды.

Һәр район вәкилдәре бында ла буш ҡул менән килмәне: яугирҙәргә гуманитар ярҙам алып килде.

Форумды ойоштороусылар – “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, “ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте”, “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы.

Форум программаһы бик бай булып, ул оҫталыҡ дәрестәре, яҡшы эшләгән ирекмәндәрҙе бүләкләү, ҙур патриотик флешмобтан торҙо, ирекмәндәр тәжрибә уртаҡлашты. Ҡатнашыусыларҙы Гөлнур Ҡолһарина сәләмләне.

Программаның кульминацияһы – түңәрәк өҫтәл, унда ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүҙең иң мөһим мәсьәләләре тикшерелде. Йәнле һәм конструктив фекер алышыу йомғаҡтары буйынса форумдың резолюцияһы ҡабул ителде, ул артабанғы эштең йүнәлештәрен билдәләй.

Ойоштороусылар республиканың бөтә ирекмәндәренә ҙур рәхмәт белдерә. Һеҙҙең фиҙакәрлек, изгелек һәм ярҙамға килергә әҙер тороуығыҙ илебеҙҙе көслөрәк итә. Һеҙ –заманыбыҙҙың ысын геройҙары, һәм республика һәр берегеҙ менән ғорурлана. Берҙәмлектә – көс!

Сығанаҡ: "Ете ҡыҙ" ойошмаһы сәхифәһе. 

МХО ирекмәндәре беренсе республика форумында булды
МХО ирекмәндәре беренсе республика форумында булды
МХО ирекмәндәре беренсе республика форумында булды
МХО ирекмәндәре беренсе республика форумында булды
МХО ирекмәндәре беренсе республика форумында булды
МХО ирекмәндәре беренсе республика форумында булды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас