

Йәй - хәрби зонала иң ауыр миҙгелдәрҙең береһе. Эҫе, техникаға артыҡ көс төшөүе һәм дрондарҙы әүҙем ҡулланыу сыҙамлыҡ, тиҙ яраҡлашыу талап итә. Батальондың ошо шарттарҙа хәрби ныҡлыҡты нисек һаҡлауы тураһында "Молодежная газета" хәбәрсеһенә Башҡортостандан "Светлый" позывнойлы яугир һөйләне.
Уның әйтеүенсә, йәй көндәрендә аккумуляторҙар тиҙерәк ултыра, дрондар йыш боҙола, ә дошман үҙенең "ҡоштар"ын әүҙемерәк осора. Туҙан камераларҙы бысрата һәм элемтәлә ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Ҡуйы йәшеллек маскировканы ҡатмарлаштыра - күләгәләге иң бәләкәй хаталар позицияны асыҡлауҙы "йәшерә". Хәлдән сығыу өсөн осош графиктары көйләнә, база пункттары үҙгәртелә, элемтәнең резерв каналдары тотола, даими рәүештә деталдәр камиллаштырыла.
"Светлый" өс йыл эшләү осоронда моторҙың көйһөҙләнеүен уның тауышынан уҡ билдәләргә өйрәнгән. Импровизация - беҙҙең төп ҡорал, ти ул.
"Маҡсатты асыҡлау менән уны юҡ итеү араһындағы ваҡыт төрлөсә: идеаль шарттарҙа - иҫәпле минуттар, ҡаршылыҡтар булғанда, ярты сәғәткә тиклем ваҡыт үтә. Тәжрибә һәм расчеттың берҙәмлеге бик ҙур роль уйнай: берәү һүрәтте теркәй, икенсеһе маршрутты билдәләй, өсөнсөһө ҡарар ҡабул итә. Һәр осош анализлана, хаталар теркәлә, схемалар үҙгәртелә - был киләһе эш һөҙөмтәлерәк булһын өсөн башҡарыла. Һуғыш тәжрибәһе фекерләүҙе үҙгәртте: ҡайһы ваҡыттарҙа ҡәтғи план буйынса түгел, ә ваҡиғаға яраҡлашып эшләргә кәрәк икәнен аңланым. Команданың һәм бер-береңә ышаныуҙың ҡиммәте артты. Һәр ваҡ нимәгә ҡараш та үҙгәрҙе: пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләгәндә һәр деталдең критик рәүештә мөһим булыуы мөмкин. Шәхси составҡа ышанып таянаһың. Арыған яугир икенсе бурыстарҙы үтәүгә күсерелә, йәки уға ял бирелә. Кеше үҙенең һәләтенең кәрәкле булыуын тоя икән - был уға ышаныс өҫтәй. Командир тупланған тәжрибәһе менән бүлешә, стандарт булмаған хәлдәрҙә нисек эшләргә өйрәтә. Яугирҙең кисерештәрен белеү өсөн ябай һөйләшеүҙәрҙең мөһим булыуы ла онотолмай", - ти яҡташыбыҙ.
"Светлый" республика ярҙамының ҙур булыуын да билдәләй: төбәк етәксеһенең шәхси ҡатнашыуы арҡаһында ярҙам адреслы һәм ваҡытында килә. Пилотһыҙ системалар подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында мәғлүмәт - башбат.рф сайтында. Шулай уҡ 122 номеры буйынса шылтыратып белешергә мөмкин.
Фото: "Молодежная газета".