

Махсус хәрби операция башланыу менән “Нокиа” үҙ теләге менән фронтҡа китә. Барырғамы, бармаҫҡамы тигән һорау уны бөтөнләй борсомай, бала саҡтан уҡ уны ата-әсәһе, уҡытыусылары Ватанды яратырға һәм һаҡларға өйрәтә. Бәләкәйҙән хәрби булырға, хәрби кейем кейергә хыяллана. Шулай итеп, экскаваторҙа эшләгән егет махсус хәрби операция яугире булып китә.
Алғы һыҙыҡта йәшәү менән үлем бер рәттә йөрөй. Бик мөһим һынау алдында ҡалған мәлдәр аҙ булмай. Осҡорлоҡ, зиһен, тәжрибә, йылғырлыҡ башҡаларҙың да ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Бер тапҡыр “Нокиа” автоматтан дошман дронын атып төшөрөп, окоптарҙағы отрядтың ғүмерен ҡотҡара. Батырҙы наградаға тәҡдим итәләр.
30 йәшлек яугир өсөн иң ҡәҙерле награда – “Батырлыҡ өсөн” миҙалы. Уны яралыларҙы ҡотҡарған өсөн тапшыралар. Йыш ҡына яраланған һалдаттарҙы алғы һыҙыҡтан сығарып, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырырға тура килә. Ишле егете ҡыйыулығы өсөн генерал Шайморатов, “Хәрби отличие өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары һәм полк наградалары менән бүләкләнә. Ауырғазылар Ишле ауылы батырының иҫән-һау, еңеү менән тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын көтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: шәхси архивтан.