Йәш белгес пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен һайлаған

Хәрби хеҙмәткә егет үҙен физик яҡтан да, әхләҡи яҡтан да әҙер, тип иҫәпләй.

Йәш белгес пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен һайлағанЙәш белгес пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен һайлаған
Йәш белгес пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен һайлаған

Бөрө районынан 20 йәшлек Виталий колледжда “Компьютер системалары буйынса техник” һөнәренә уҡып сыҡҡан. Ул пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙе альтернатив вариант булараҡ һайлаған. Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән егет менән Өфөләге “Һаҡлаусы” үҙәгендә булғанда “Электрогазета” хәбәрсеһе һөйләшкән.

Виталий әйтеүенсә, уға хәҙерге заман технологияларын өйрәнеү оҡшай, шуға ла оператор һөнәрендә хеҙмәт итеү юлын һайлаған. Был ҡыҙыҡһыныуы компьютер уйындары менән мауығыуҙан башланып киткән.

Пилотһыҙ осоу аппараттарын осорғаны юҡ, әммә быны нисек эшләгәндәрен күҙәткәне булған. Уларҙы өйрәнеп алыу артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ, тип ышана.

Виталий спорт менән ныҡ дуҫ, ҡыш көнө – биатлон, ә йәйгеһен еңел атлетика менән шөғөлләнә. Өс ГТО значогы уның физик әҙерлеге тураһында күпте һөйләй. Хәрби хеҙмәткә егет үҙен физик яҡтан да, әхләҡи яҡтан да әҙер, тип иҫәпләй.

Буласаҡ БПЛА операторының яҡындары уның ҡарары тураһында белгәс, ныҡ борсолһа ла, хәҙер барыһы ла һәүетемсә. Өйҙә Виталийҙы ата-әсәһе, туғандары һәм яратҡан ҡыҙы көтә.

Егет дрондарҙы йыйыу менән булырмы, әллә уларға идара итерме – быныһын әлегә белмәй. “Пилотһыҙ аппараттарҙы йыйыу, осороу һәм уларға идара итеү ҡыҙыҡһындыра”, – тип ҡыҫҡа ғына яуаплай ул.

Мәғлүмәт, фото: https://i-gazeta.com/news/novosti/2026-06-26/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас