Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация

26 белгес 250-нән ашыу төрлө мәсьәләне хәл итте.

Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультацияЯугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация
Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация

“Ер ҡото” V төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестиваль сиктәрендә махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн күсмә юридик консультация уҙҙы.

Сарала төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре ҡатнашты:

- “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы;

- Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәге;

- Рәсәй юристар ассоциацияһы;

- Башҡортостан Республикаһының дәүләт юридик бюроһы;

- Башҡортостан Республикаһының адвокаттар палатаһы;

- Башҡортостан Республикаһының нотариаль палатаһы;

- Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариаты;

- Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль суд приставтары хеҙмәте;

- Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм халыҡтың именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы;

- Рәсәй Федерацияһының Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идаралығы;

- “Башҡортостан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы” ойошмаһы;

- табиптар;

- психологтар.

Юридик десантта бөтәһе 26 белгес ҡатнашты. Улар 180-дән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтте, 250-нән ашыу төрлө мәсьәләне хәл итте. Майҙансыҡта Әлшәй районынан ике ғаиләнән буккаль эпителий алынған.

Шулай уҡ, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге хәбәр итеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай юридик ярҙам алыу өсөн “Башҡортостан Республикаһының дәүләт юридик бюроһы”на мөрәжәғәт итә ала. Башҡа төр йүнәлеш буйынса мәғлүмәт менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

Фотолар: “Ер ҡото” фестиваленең матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация
Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация
Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация
Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация
Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация
Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация
Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация
Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация
Яугирҙәр өсөн - күсмә юридик консультация
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас