"Әхмәт" "Вампир" гексокоптерға идара итә

"Был һөнәрем киләсәктә тыныс тормошта ла кәрәгәсәк".

"Әхмәт" "Вампир" гексокоптерға идара итә"Әхмәт" "Вампир" гексокоптерға идара итә
"Әхмәт" "Вампир" гексокоптерға идара итә

Ул 2023 йылдан алып махсус хәрби операцияла. Хәҙер пилотһыҙ осоу аппараттары эшен яҡшы белә. Был һөнәрем киләсәктә тыныс тормошта ла кәрәгәсәк, ти.

“Әхмәт” позывнойлы Өфө егете үҙ теләге менән контракт төҙөгән. Тәүҙә йыл ярым ваҡыт разведка ротаһында хеҙмәт иткән. Унан – 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының 1-се батальонында. Хәҙер иһә ошо батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводында бүлексә командиры, расчет етәксеһе.

– 2023 йылда уҡ заман техникаһына уҡытыу башланғайны, – ти яугир. – Тәүҙә ике аҙна Наро-Фоминскиҙа курстар үттем, Mavic дронында осорға өйрәндем. Артабан Луганскиҙа бер ай уҡыттылар. Һөҙөмтәлә FPV, камикадзе дрондары менән эш итергә өйрәндем. Матрикс тип аталған мультикоптерҙа оса инем, – ти сержант “Әхмәт”. – Ғөмүмән, ошо рәүешле дрондарҙы эҙмә-эҙлекле өйрәндек. Уҙған йыл аҙағында иһә үҙебеҙҙең Алкинға уҡырға ебәрҙеләр. FPV, Mavic, камикадзе һәм башҡа бөтә дрондарҙы яҡшы үҙләштерҙек.

Алкинда курстар үткәндән һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә барғас, “Әхмәт” тәүҙә FPV дронында эшләй. Хәҙер иһә – “Вампир” гексокоптерында.

Йәш яҡташыбыҙ “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Разведкала хеҙмәт иткән өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған. Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ именлеген һаҡлаған ҡаһарман олатаһының, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙе үткән яугир рухлы атаһының хаҡ юлын намыҫлы дауам итә ул.

Фото: яугирҙең ғаилә альбомынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас