

Ошо көндәрҙә коллегабыҙ, яугир-журналист Рафиҡ Үзбәк улы ӘХМӘТШИН 50 йәшлек юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан ышаныслы, абруйлы һөнәр эйәһе, өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Рафиҡ, беҙ һине “Журналист” позывнойлы яугир булараҡ яҡшы беләбеҙ. Гәзит уҡыусыларҙы үҙең тураһында һөйләп үтһәң ине.
– Был позывнойҙы, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә башлағас бирҙеләр. 2023 йылдың декабренә тиклем Башҡортостан юлдаш телеканаланың Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе булып эшләнем. Сығышым менән Белорет районының Аҙналы ауылынанмын. Атай-әсәйем Рәхилә менән Үзбәк Әхмәтшиндәр – һуғыш осоро балалары – аслыҡты, яланғаслыҡты күреп үҫкән. Уларҙың йыш ҡына: “Бер үк һуғыш була күрмәһен”, – тип әйтеүе һаман да ҡолаҡта сыңлай.
Атайым – райондың алдынғы механизаторы, әсәйем ябай мал ҡараусы булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар һәм Рәфил ағайым яҡты донъяла юҡ инде. Ғаиләлә беҙ дүрт бала үҫтек, мин – кинйә. Тыуған ауылымда оҙаҡ йылдар урман хужалығында эшләгән, Тирлән урмансылығына етәкселек иткән Наил ағайым йәшәй. Атай нигеҙен Рәфисә апайым һаҡлай. Ул хаҡлы ялда, ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә.
Башҡорт дәүләт университетында, Айһылыу, һинең менән бер курста уҡыныҡ бит инде. Телевидениеға 20 йылдан ашыу ғүмеремде бағышланым. Ғөмүмән, журналист булырға мәктәп йылдарында уҡ хыяллана инем. Етенсе класта уҡығанда тәүге мәҡәләм Белорет районының “Урал” гәзитендә баҫылып сыҡты. “Башҡортостан пионеры”, “Йәншишмә” баҫмаларына яҙыштырғыланым. Аҙналы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Талип ҡыҙы Тажетдинова менән рус теле менән әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәсимә Сәләх ҡыҙы Фәйзуллинаға әле лә рәхмәтлемен. Улар һөнәр һайлауға этәргес бирҙе. Ғөмүмән, бала сағым иҫ киткес матур, тыныс осорға тура килде. Башланғыс мәктәпте тамамлағанға тиклем ауылыбыҙҙа урта мәктәп асылды, унда яңы ғына университет тамамлаған йәш белгестәр эшкә килде һәм тырышып ауыл балаларын ғилемгә әйҙәне. Маҡтанып әйтмәйем, Аҙналы урта мәктәбен тамамлағандар араһында беренселәрҙән булып юғары уҡыу йортона индем.
2020 йылдан Донбассҡа юл асылды. Беренсе сәфәрҙән һуң Киевтағы режим мине “Миротворец” сайтына индереп, Украинаға ҡаршы эшләүсе Рәсәй пропагандисы тип нарыҡлап ҡуйҙы. Махсус хәрби операцияға тиклем федераль каналдар ЛХР һәм ДХР-ҙағы хәлдәр тураһында йыш һөйләне. Журналист булараҡ, уларҙы үҙем барып күреү теләге ҙур булды. Шөкөр, миңә уңыш йылмайҙы. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Тимерйән Рәжәпов үҙе менән сәфәргә саҡырҙы. Афғанстан һуғышы ветерандары менән күпте күргән Донбасс халҡына гуманитар ярҙам илттек. Петровское ҡалаһының генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбен барып күрҙем. Ундағы балаларҙың ихласлығы күңелде арбаны. Украиналағы фашизм асыҡ күҙгә салынды, Киевтағы режимдың бындағы халыҡты икенсе сифатлы итеп ҡарауы юлдарҙың, социаль һәм коммуналь инфраструктураның торошонда сағыла ине. 2015 йылғы ваҡиғаларҙың эҙемтәләренә, тыныс халыҡты даими ҡурҡытып бомбаға тотоуҙарына шаһит булдым. Луганск Халыҡ Республикаһында Донецкое тигән тораҡ пункты – украин көстәре менән урындағы ополчение араһындағы хәрби һыҙатҡа бик яҡын урын. Хәллерәктәр, йәш кешеләр күптән унан күсеп киткән. Станицала башлыса оло йәштәгеләр тороп ҡалған. Шайморатов ирекмәндәр штабы һүрәте менән биҙәлгән машинаны күргәс, беҙҙең янға өс әбей килде. Улар илай-илай хәлдәрҙе һөйләй башланы. “Уландар, ҡәһәр һуҡҡыр фашистар беҙгә тынғы бирмәй бит. Ошо йәшкә етеп, минаның һыҙғырған тауышынан калибрын асыҡларға өйрәнермен тип уйламағайным”, – тип һыҡтанылар. Беҙ балаларға тип яңы йыл күстәнәстәре алып килгәйнек. Ҡыҙҙар һәм малайҙар булмағас, уларҙы оло йәштәгеләргә таратып бирҙек. Был командировка Украиналағы хәлдәргә ҡарашымды төптән үҙгәртте. Рәсәйҙең талаптары хаҡлы икәненә ышанып ҡайттым.
Донбассҡа икенсе сәфәрем 2021 йылдың майына тура килде. Штеровка ауылы янында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған урында мемориал төҙөлөшөн яҡтырттым, урындағы мәктәп уҡыусылары менән биләмәне төҙөкләндереү өмәләрендә ҡатнаштым. Сәфәр шулай уҡ Тимерйән Рәжәповтың етәкселегендә үтте. Махсус хәрби операция башланғас, Башҡортостан дәүләт кимәлендә гуманитар ярҙам күләмен арттырҙы, Красный Луч ҡалаһы һәм районы шефлыҡҡа алынды. Унда республика табиптары, юлсылар, коммуналь хужалыҡ вәкилдәре эш башланы. Донбассты аяҡҡа баҫтырыуҙа Башҡортостандың өлөшө тураһында материалдар эшләнем. Республикабыҙ Петровское ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбен төҙөкләндерҙе. Бөгөн ул – ЛХР-ҙа иң күркәм, заманса белем усағы, тиһәм, хата булмаҫ.
Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан полкташтарым менән мәктәптә батырлыҡ дәресе үткәрергә барҙыҡ. Беҙҙең “Әсән”, Радик Динәхмәтов, “Шайморатов генерал” йырын башҡара башлауы менән тотош зал уға ҡушылып йырларға тотонмаһынмы?! Осрашыуға мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ата-әсәләр килгәйне. Был Петровское ҡалаһында Башҡортостан рухы йәшәүе, халҡыбыҙға ихтирам тойғоһо булыуы тураһында һөйләй.
Өлөшләтә мобилизация башланғас, Башҡортостандан саҡырылған егеттәрҙең әҙерлек үткән урындарына командировкаларҙа булдым, республиканан тупланған ирекле батальондарҙы оҙатыу сараларын яҡтырттым, халҡыбыҙҙың иҫ киткес көслө рухлы, илһөйәр булыуына һоҡландым. 2023 йылда Өфө эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабы етәксеһе, хәҙер Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов менән махсус хәрби операция биләмәһенә сәфәр ҡылдыҡ. Ул Башҡортостандан мобилизацияланған егеттәргә гуманитар ярҙам алып барҙы, беҙҙең ижади төркөм уның эшмәкәрлеген яҡтыртты. Северодонецк ҡалаһында 428-се полк яугирҙәре менән осраштыҡ. Шул мәлдә уларҙың береһе водителебеҙгә: “Әйҙә беҙгә, полкка водителдәр кәрәк”, – тип өндәште. Шофер: “Юҡ, абзый, минең балам әле бәләкәй”, – тип аҡланды. Был һөйләшеүгә ҡушылып, уны яҡларға тырыштым. Яугир: “Минең дүрт балам ҡалды, егеттәр. Илде беҙ ҡурсаламаһаҡ, кем һаҡлар? Бында беҙгә ҡаршы тотош Көнбайыш көстәре алыша. Наемниктар ҡайҙан ғына юҡ. Беҙ күтәрелмәһәк, был фашистарҙың Башҡортостанға ла килеп етеүе бик ихтимал. Йәшенеп ҡалырға уйламағыҙ”, – тип әйтеп һалды. Шомло тынлыҡ урынлашты.
Командировканан ҡайтып бер аҙ ваҡыт үткәс, ошо Борай егетенең, дүрт бала атаһының, яуҙа баш һалғаны тураһында ишеттем. Теге һөйләшеү күңелде өйкәп торҙо. Шул командировканан ҡайтҡанда уҡ йөрәгемдә фронтҡа китәсәгем тураһында ҡарар ҡабул иткәйнем инде. Ир кешенең һүҙҙәре эше менән тап килергә тейеш тигән һығымта яһаным үҙемә. Шул көндән редакцияла урын тапманым. 2023 йылдың 6 декабрендә контрактҡа ҡул ҡуйып, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына баҫтым, тағы 20 көндән махсус хәрби операция биләмәһенә индем.
– Тәүге көндәрҙә яугирҙәр нисек ҡабул итте?
– Полкта бик йылы ҡабул иттеләр. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы – төрлө һөнәр, милләт һәм конфессия вәкилдәрен берләштергән татыу коллектив. Башта үҙемә “Ҡатай” тигән позывной алғайным, әммә был ҡушамат йәбешмәне. Хәбәрсе булыуымды белеп, бөтәһе лә “Журналист” тип йөрөтә башланы. Шулай һөнәрем минең яугир ҡушаматына әйләнде.
– Рафиҡ, хәрби хәбәрсе ниндәй булырға тейеш?
– Уның өсөн төп сифат, минеңсә, яуаплылыҡ. Тыныс тормошта хәбәрселәр мәғлүмәт артынан ҡыуа, уны эҙләп табып, тиҙерәк уҡыусыға, тыңлаусыға, тамашасыға еткерергә ашыға. Бында хәл башҡасараҡ. Ауыҙҙы үлсәп асырға, видеокадрҙы ентекләп һайларға кәрәк. Киң йәмәғәтселеккә еткерелгән мәғлүмәттең хәрбиҙәргә зыян килтереүе ихтимал. Дошман баҫма матбуғатты, телевидение тапшырыуҙарын, интернеттағы сәхифәләрҙе даими күҙәтеп бара. Асыҡ сығанаҡтарҙан разведка тип атала (OSNIT). Шул мониторингтан сығып, беҙҙең яугирҙәр, хәрби берләшмәләр, техника тураһында мәғлүмәт туплай һәм үҙ мәнфәғәтендә файҙалана, шуға күрә материал әҙерләгәндә икеләтә иғтибарлы булырға кәрәк.
– Әлеге ваҡыттағы бурыстарың тураһында ла әйтеп үтһәң ине.
– Бөгөн полктың хәрби-сәйәси бүлегендә эшләйем, йылъяҙма алып барам, яугирҙәрҙең батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт яҙам. Был – бик мөһим эш, сөнки хәтер кешенең булмышын билдәләй. Тарихһыҙ киләсәк юҡ. Украиналағы сәйәси режим тарихи хәтергә хыянат итмәгән булһа, әлеге низағ теркәлмәҫ ине. Әле беҙҙең яугирҙәр илебеҙҙең яңы тарихын яҙа. Уны мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ теркәп ҡалырға кәрәк. Егеттәрҙең батырлыҡтары өлгөһөндә йәш быуын тәрбиәләнәсәк. Хеҙмәттәшем Руслан Әсәҙуллин – “Асад” – менән “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының медиа-үҙәген ойошторҙоҡ. Полк командованиеһының, бигерәк тә хәрби-сәйәси эш буйынса командир урынбаҫары Александр Мельченконың (“Борус”) һәм Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдиновтың беҙҙең башланғыстарҙы хуплауы өсөн рәхмәтлемен. Блиндаж-студияла батырлыҡ күрһәткән егеттәр, полк ҡунаҡтары менән интервью яҙҙырабыҙ. “Фронт яҙмалары. Подкаст” тип атала. Башҡортостан менән телекүпер аша элемтәгә сығабыҙ, махсус хәрби операция биләмәһенән бәйләнеш аша батырлыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Әлегә тиклем ул дәрестәрҙә полк батальондарының хәрби-сәйәси эш буйынса командир урынбаҫарҙары ҡатнашып килде. Батырлыҡ күрһәткән яугирҙәр һәм уларҙың райондаштары менән телекүпер ойоштороу теләге бар.
– Һәр саҡ ныҡлы терәгең булған ғаиләң тураһында ла һөйләһәң ине.
– Ғаиләм – минең ҡәлғәм. Хәләл ефетем Зөһрә Арсаева менән 17 йәштән танышбыҙ. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инеү өсөн беренсе имтиханда таныштыҡ. Шул мәлдән ул янымда, тиһәм, һис хата булмаҫ. I курста уҡығанда тәүге тапҡыр радиола тапшырыу алып барып ҡараныҡ. Фәнүзә апай Баһауетдинова үҙенең “Етегән” тапшырыуында рубрика бирҙе. 1998 йылдың декабрендә өйләнештек. Икебеҙ ҙә ауыл балаһы: Зөһрә – Асҡындан, мин – Белореттан. Өфөлә төпләнеү өсөн икебеҙгә лә ныҡ тырышырға тура килде. Ул – радиола, мин телевидениела эшләнек. Һөнәрҙәштәр булғас, бер-беребеҙгә терәк-таяныс күрһәтеп ижад иттек. Әле улыбыҙ Мортаза юрист һөнәре буйынса юғары белем ала. Ҡыҙыбыҙ Фатима мәктәптә уҡый. Махсус хәрби операция беҙҙең ғаилә мөнәсәбәттәренә һынау булды.
Контрактка ҡул ҡуйып, Донбассҡа юлланғас, Зөһрә төшөнкөлөккә бирелмәне. Минең менән бер сафҡа баҫты, тиһәм, хата булмаҫ. Һәр ваҡыт уның ярҙамын тоям. Ике тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау алып килделәр, яугирҙәр өсөн концерт ойошторолдо. Бөгөн улар “Журналист ирекмәндәр” төркөмө булараҡ фронтҡа ярҙам итеү, яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эш башҡара. Тоғролоғо, һөйөүе, йөрәк йылыһы, миңә ышаныуы, көтөүе өсөн рәхмәтлемен.
Ғөмүмән, һөнәрҙәштәремдең теләктәшлеге һоҡландыра. Махсус хәрби операцияға юлланғас, бергә эшләгән коллегаларҙың, журналистарҙың ярҙамын тойҙом. Республиканың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов күп тапҡыр гуманитар ярҙам менән килде. Уның “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” премияһына конкурста еңеп сығып, ошо аҡсаның бер өлөшөн яугирҙәргә дрон алыуға тотоноуы сикһеҙ һоҡландырҙы. Айнур Хәсән улы Дәүләтбәковтың гуманитар ярҙам йыйып махсус хәрби операция биләмәһенә килеп тороуы егеттәргә көс өҫтәй. “Башҡортостан” нәшриәт йорто директоры Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллинаның, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, ярҙам туплап, йәнә яугирҙәргә терәк булырға ынтылыуы һоҡландыра. Улар һуңғы тапҡыр килеүендә полкка дизель генератор бүләк итте. Был ҡорамал әлегә тиклем һалдат ашханаһын электр менән тәьмин итте. Улар килтергән дрондар фронттың Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә дошманды ҡыйратыуҙа ҡулланылды. Баймаҡ районынан Лилиә Таҡаеваға ла рәхмәт белдерәм. Һөнәрҙәшем яугирҙәргә даими ылауҙар ойоштора. Яңылыҡтар редакцияһында оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегаларым Азат Саҙрыев менән Айнур Кәбировҡа ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Фронтҡа килгән һайын улар минең янға килеп хәл белешеп торҙо. Егеттәр менән даими бәйләнештәбеҙ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Гүзәл Хәмитова ижади төркөмө менән бергә минең турала онотмай. Улар республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә УАЗ-буханка автомобилендә юлға сыға. Егеттәргә күпмелер ярҙам булһын тип тырышалар. Бер ваҡытта ла буш ҡул менән килгәндәре юҡ. Рәхмәт.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская ла махсус репортаждар эшләү маҡсатында полкка килә, хеҙмәтем тураһында ике өлөштән торған айырым махсус репортаж төшөрҙө. Сәфәрҙәренең береһендә уға “Нива” автомобиленә ихтыяж барлығы тураһында үтенесемде белдергәйнем. Мәсьәлә ике аҙна эсендә хәл ителде – полкка гуманитар автомобиль килтерелде. Беҙ әле уны подразделениелар араһында хәрәкәт итеү өсөн ҡулланабыҙ. Хәрбиҙәрҙең үтенестәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмауы, гражданлыҡ позицияһы өсөн Елена Анатольевнаға ла ысын күңелдән рәхмәтлемен. Ильяс Батыргәрәев тә махсус хәрби операция биләмәһенән бай йөкмәткеле материалдар эшләне. “Башинформ” хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков яугирҙәргә һәр ваҡыт иғтибар бүлә. Уның менән дә даими бәйләнештәбеҙ. Журналистарҙың мәҡәләләре рухи көс бирә. Ғөмүмән, Башҡортостан улдарын онотмай, уларҙың батырлығы йәмәғәтселек иғтибарында. “Журналист ирекмәндәр” төркөмөнә лә рәхмәтем ҙур. Ошо көндәрҙә генә улар, аҡса йыйыуҙы ойоштороп, полкка дизель генераторы һатып алды. Ҡоролма Шишмә районынан ебәрелгән гуманитар ылау менән килергә тейеш. Көтәбеҙ.
Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдиновҡа фронтҡа юлланған мәлдә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәтлемен. 2023 йылдың декабрендә контрактҡа ҡул ҡуйғас та, тейешле түләүҙәр килеп еткәнсе, ул миңә матди ярҙам күрһәтте. Аҡсаны бронежилет, хәрби экипировка алыуға тотондом. Ғөмүмән, коллегаларымдан уңдым. Махсус хәрби операцияға юлланғас, оҙаҡ йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәшем Гөлдәриә Йосопова полк өсөн ноутбук менән принтер ебәрҙе. Был ҡорамалдар ҙа хәрби бурысты үтәү өсөн ҡулланылды. Илдар Байбулатов, интернетта дронға аҡса йыйыу ойоштороп, DJI-mavic квадрокоптеры менән ярҙам итте. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы директоры Шамил Ишемйәров, Яңылыҡтар редакцияһы хәбәрселәре даими бәйләнештә. Ваҡыт табып, мөмкинлектән сығып, улар өсөн дә матераилдар эшләргә тырышам.
Ошо көндәрҙә “Ил улдары Ватан һағында” тип аталған тәүге китабым донъя күрҙе. Унда матбуғат баҫмаларында һәм интернетта сыҡҡан мәҡәлә, шиғыр һәм яҙмаларым тупланған. Йыйынтыҡты баҫмаға әҙерләгән курсташым, “Йәшлек” гәзитенең бүлек мөдире Зөһрә Йәһүҙинаға рәхмәтемде белдерәм.
Башҡортостан кеүек фронтҡа дәррәү ярҙам иткән төбәктәр һирәк. Республикабыҙ меңдәрсә саҡрым йыраҡлыҡта булһа ла, халыҡтың йөрәге яугирҙәр менән бергә тибә. Ысын күңелдән фронтҡа ярҙам иткән, битараф булмаған һәр кешегә тәрән ихтирамымды белдерәм. Берҙәмлектә – көс, Еңеү мотлаҡ беҙҙә буласаҡ. Башҡортостан, алға!
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Рафиҡ! Тиҙерәк Еңеү яулап, тыуған яғыңа имен-һау әйләнеп ҡайтыуыңды, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.
Фотолар: Рафиҡ Әхмәтшиндың шәхси архивынан.