Йөрәк ҡушыуы буйынса

Яугирҙәр өй аштарын үҙҙәре лә инеп алып китә.

Йөрәк ҡушыуы буйынсаЙөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса

Мәләүез ҡалаһы халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә ярҙам саралары менән мәшғүл. Был эштән олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалмай. Ярҙам итеү буйынса айырым ойошмалар ҙа төҙөлгән.

Мәҫәлән, “Йөрәк ҡушыуы буйынса” хәрәкәте ирекмәндәре әүҙем эшләй. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға өй аштары тупланмаһы әҙерләй. Атап әйткәндә, борщ, рассольник, борсаҡ, ҡарабойҙай, балыҡ ашы, бутҡа, шифалы сәй һәм башҡа аш-һыуҙы даими ебәреп торалар. Ялға ҡайтҡан яугирҙәр был күстәнәсте үҙҙәре лә инеп алып китә.

“Ҡаланың ғына түгел, район халҡы ла ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. Йыл башынан алғанда, бер нисә тонна йәшелсә эшкәртеп әҙерләгәнбеҙ”, - ти технолог Юлия Евтушенко.

Фото: “Йөрәк ҡушыуы буйынса” хәрәкәте төркөмөнән. 

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас