

"Космос" позывнойлы яугир пилотһыҙ осоу аппараттарының өлкән операторы булып хеҙмәт итә. Ул Мәләүездә тыуған. 7-се мәктәптә 9-сы класҡа тиклем уҡый. Артабан Мәләүез күп профилле колледжында һыуытҡыс ҡорамалдар мастеры һөнәрен ала, унан вахта ысулы менән эшләй. 2024 йылда яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Уның менән ҡыҫҡа әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
- МХО-ға барыуға нимә сәбәпсе булды?
- Тәү сиратта, әлбиттә, илһөйәрлек тойғоһо. Мин был юлды аңлы рәүештә һайланым. Махсус хәрби операция башланғас, башҡалар кеүек үк, мин дә яу оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, тип уйлағайным. Башта бер дуҫым хеҙмәт итергә китте, унан - икенсеһе. Ныҡлы уйланым да, мин дә ситтә ҡалмаҫҡа ҡарар иттем.
- Был һайлауығыҙға яҡындарығыҙ нисек ҡараны?
- Әсәйем ҡаршы булды, әлбиттә. Мин бит уның берҙән-бер улы. Әле иһә әсәйем рухи йәһәттән һәр ваҡыт ярҙам итә. Шулай уҡ туғанымдың даими булышлығын тоям. Яҡындарымдың хәстәрлеге көс бирә.
- Һеҙҙең өсөн бөгөнгө тормошта иң мөһиме нимә?
- Имен-аман булып, тыуған ергә еңеү менән ҡайтыу. Барлыҡ егеттәргә лә шуны теләйем. Махсус хәрби операция биләмәһенә килгәс, мин тәүҙә һөжүм итеүселәр бүлексәһенә тәғәйенләндем. Бик ҡатмарлы бурыстарҙы үтәнек. Тап шундай мәлдәрҙә тыуған яҡтан, өйҙән килгән төрлө ярҙамдың, йылы һүҙҙәрҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлайһың. Яҡты киләсәк тураһында уйҙар, командирҙарҙың, яҡындарҙың ярҙамы рухты ныҡ тоторға булышлыҡ итә.
- Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр нисек?
- Иптәштәрсә бәйләнеш булдырылған. Һәр кем, әгәр хеҙмәттәше нимәнелер аңламаһа, ярҙамға килергә, кәңәш бирергә әҙер. Барыбыҙ бер ғаилә кеүек берҙәм. Командирҙарға килгәндә, улар ышаныслы, беҙҙе һис ҡасан ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаясаҡ.
- Наградаларығыҙ бармы?
- Эйе, Ҡаһарманлыҡ орденына, "Батырлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ булдым. Шулай уҡ "Гусар тәреһе" һәм "Гусар бысағы" бригада наградалары бар.
Һөжүм итеүсе булып хеҙмәт иткәндә Өфөнән "Бумер" позывнойлы иптәшем менән йорттарҙы таҙарттыҡ. Ул да йәш, минең тиҫтерем. Беҙ өс бинаны тикшерергә тейеш инек. Беренсеһен тулыһынса ҡарап сыҡтыҡ, унда берәү ҙә булманы. Икенсеһенә индек, барыһы ла яҡшы. Өсөнсө йортта ла тикшереүҙе тамамлап, подвалға төшә башлағайныҡ, унда ҡулына автомат тотҡан 10-11 йәшлек ҡыҙ тора. Патронһыҙ ҡорал тотоп алған булған... Үҙе күҙ йәштәрен түгә-түгә беҙгә табан атланы ла, хәле бөтөп, ҡулыбыҙға йығылды. Иҫенә килгәс, һыу эсереп, ул-был аҙығыбыҙҙы ашатып алдыҡ. Хәле булмаған кескәй генә, ябыҡ ҡына Алисаны күтәреп, һигеҙ-туғыҙ саҡрым самаһы алып барҙыҡ. Мин арығанда, "Бумер" күтәрҙе, ул арыһа – мин. Ҡыҙ беҙҙең менән бригадала бер ай самаһы булды. Һуңынан хәрби задание үтәгәндә минаға эләгеп яраландым, мине Һамарға госпиталгә ебәрҙеләр. Алисаны үҙем менән алдым. Ул әле шунда, балалар йортонда. Аралашып торабыҙ, кәрәк саҡта финанс яҡтан да ярҙам итергә тырышам. Хатта әсәйемә ошо бәләкәй ҡыҙыҡайҙы үҙебеҙҙең ғаиләгә алырға тәҡдим иттем. Был - яҡынлашып килгән отпускымдың бер маҡсаты.
- Тағы ла ниндәй ниәттәрегеҙ бар?
- Махсус хәрби операция тамамланғас, йорт һатып алырға, ғаилә ҡорорға хыялым бар. Еңеү менән ҡайтҡан осраҡта, имен-һау булғанда, теләктәрем мотлаҡ үтәлер.
- Яугиргә ниндәй сифаттар мөһим?
- Ҡыйыулыҡ һәм изгелек. Тыуған илеңә оло һөйөү.
* "Космос" көн дә әсәһе Светлана Федоровна менән бәйләнешкә сығырға ваҡыт таба. Уның төп һыҙаттары - яуаплылыҡ, баҫалҡылыҡ. Шуға ла юғары квалификациялы операторҙар рәтендә ул.