Махсус хәрби операция ветеранына хөрмәт күрһәтелә

Уның йортонда йәшәү уңайлылығы булдырғандар.  

Махсус хәрби операция ветеранына хөрмәт күрһәтеләМахсус хәрби операция ветеранына хөрмәт күрһәтелә
Махсус хәрби операция ветеранына хөрмәт күрһәтелә

Үҙ ғүмерен аямай Тыуған ил алдындағы бурысын үтәүҙе, яҡындарын хәстәрләүҙе ҙур бурыс итеп ҡуйған ир-егеттәр ышаныс уята.

Тәтешле районында ла ошондай батырҙарыбыҙҙың береһе - Феликс Зиятов ғүмер итә. Махсус хәрби операциянан ҡаты яраланып ҡайтһа ла, рух ныҡлығы көслө унда. Ҡатыны Ксения Александровна, улы Арсен менән барлыҡ һынауҙарҙы ла бергәләп күтәрә беләләр.

Ауыл хужалығында тракторсы булып эшләгән мәлендә 2022 йылда өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға алына ул. Бронь булып,  бармай ҡалыу мөмкинлегенән баш тарта илһөйәр ир.

–Тыуған илемде һаҡлағым килде. Шуға махсус хәрби операцияға юлландым, – ти ул шул ваҡыттарҙы хәтерләп.

Уға тиклем армияла булыуы, һалдат бурысын Ҡытай сигендә  Байкал аръяғы крайында диңгеҙ-сик буйы ғәскәрҙәрендә үтәүе лә уға ныҡлыҡ бирә.

Махсус хәрби операцияла ла һынатмай. Унда мотоуҡсылар ғәскәренә эләгә. Тыуған ил алдындағы ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән наградлана.

2023 йылдың февраль айында ҡаты яралана, аяғына мина ярсығы эләгә. Мәскәүҙә операциялар уҙғара, дауалана. Шул йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәттән азат ителеп, тыуған яғына ҡайта Тәтешле яугире.

Заманса протездарҙың уңайлылығы тураһында ла әйтеп алды яугир. Уның менән саңғыла шыуыу, велосипедта йөрөү мөмкинлеге бар.

Күптән түгел махсус хәрби операция ветеранының йортон ҡулайлаштырыу маҡсатында ярҙам да күрһәтелгән. Аш-һыу бүлмәһе яугир өсөн уңайлы итеп эшләнгән, кухня йыһазы, өҫтәл, ултырғыстар ҙа уға тап килтереп яһалған. Компьютер өҫтәле, компьютер ҡоролған. “Аҡыллы йорт” ярҙамында розеткалар, газ, һыу датчиктары көйләнгән.

– Телефон йәки компьютер аша бөтә нәмәгә идара итергә мөмкин. Робот-саңһурҙурғысты ла тоҡандырырға була, өйҙә булмағанда өйөңә кемдер шылтыратһа ла, барыһын да күрергә мөмкин, – ти тыуҙырылған уңайлыҡтарға ҡәнәғәт булып әңгәмәсем.

 – Махсус хәрби операцияға барып, ҡаты яралар алып ҡайтыуыма бер ҙә үкенесем юҡ. Тыуған ил алдындағы бурысымды үтәнем, – тине Феликс Федорович.

Феликс Зиятов – илһөйәр яугир генә түгел, өлгөлө атай, хәстәрле ир ҙә. Уның өлгөһөндә Арсен улы матур тәрбиә алып үҫеп килә, 13 йәшлек егет  спорт менән шөғөлләнә, гитарала уйнай, йырларға ярата.

– Атайым менән ғорурланам. Уға оҡшарға тырышам, – ти Арсен.

Ҡатыны ла яугирҙең ныҡлы таянысы. Госпиталдә дауаланғанда ла әллә нисә тапҡыр ире янына барып ҡайта.

– Иремдең иҫән-имен йөрөп ҡайтыуы беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Тормош иптәшем менән ғорурланам. Ул беҙҙең ныҡлы терәгебеҙ, – ти  Ксения Александровна.

Өлгөлө, матур ғаилә бөтә яҡлап һоҡландырҙы. Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итә улар. Феликс – милләте буйынса удмурт, Ксения – рус. Бер-береһенең телен, йолаларын хөрмәт итеп йәшәйҙәр, татарса ла яҡшы беләләр.

Зиятовтар ғаиләһенә киләсәктә лә шулай бер-береһенә таяныс булып матур донъя көтөүҙәрен теләйбеҙ.

 

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас