

Мәсетле районының Әбдрәхим ауылында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Башҡорт” позывнойлы яугирҙе ҡаршыланылар. Уның ҡайтыуы ауылдаштары өсөн ҙур байрамға әүерелде, шуға күрә уны ауылға ингән урында уҡ ҡаршы алып сәләмләнеләр.
Яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә фронтта ла, тыуған яғында ла беҙҙең терәк булыуыбыҙ мөһим. Һәм һәр яугир өсөн ошондай осрашыуҙар бик кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Сығанаҡ, фото: Мәстле районы хакимиәте.