

Бәләбәй районының Приют ауылында Ярҙам үҙәге ирекмәндәренең эш башлауына өс йыл булды. Уға нигеҙ һалыусы Айгөл Фәттәхова менән Ринат Солтанов ирекмәндәрҙең көслө командаһын төҙөй алды.
Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәрҙән уларҙың исеменә рәхмәт һүҙҙәре килеп тора.
Ирекмәндәрҙең үҙҙәренә кем ярҙам итә һуң? Айгөлдөң бер туған ағаһы, Өфөлә эшҡыуар булып эшләгән Ринат Фәттәхов Приют үҙәгендә маскировка селтәре үреү оҫтаханаһы, келәт һәм музей бүлмәһе өсөн бина биргән. Бынан тыш, ул даими рәүештә ирекмәндәрҙе материал, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә.
Яңыраҡ сираттағы тапҡыр Ринат Рәшит улы селтәр үреү өсөн материалдар алыуға 100 мең һум аҡса бүлгән, сөнки май-июнь айҙарында материалдар булмағанлыҡтан оҫтахана ике аҙна буйына эшһеҙ торған. Был хаҡта белеп ҡалыу менән эшҡыуар ирекмәндәргә ярҙам күрһәтергә була.
Бер туған Айгөл һәм Ринат Фәттәховтар бөгөн махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарына ысын күңелдән ярҙам итергә, кәйефтәрен күтәрергә тырыша. Рәхмәт уларға, ти бәләбәйҙәр.
Фото: “Белебеевские известия” гәзите сайтынан.