

"Защитник" үҙәгенә килгән буласаҡ БПЛА операторҙары был ғәмәлдәренең, ғәҙәттә, өс төп сәбәбен атай: махсус хәрби операцияла еңеү яулау, яҡындарыңа ярҙам итеү һәм финанс мәсьәләләрен хәл итеү. Был хаҡта "Башинформ" агентлығына контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры, капитан Фәдис Солтанов һөйләй.
Уның һүҙҙәренсә, мөрәжәғәт итеүселәр һәм үҙәккә килеүселәр һаны арта. Ул кандидаттарҙың өс төп мотивацияһын айырып күрһәтә. "Кандидаттарҙың күпселеге килеп тыуған хәл өсөн борсола һәм Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап, махсус хәрби операцияны еңеү менән тамамлау теләге менән яна, — ти Фәдис Солтанов. — Икенсе сәбәп - МХО-ла ҡатнашыусы таныштарына, дуҫтарына, туғандарына һәм хатта аталарына ярҙам итеү теләге. Өсөнсө сәбәп - финанс хәлен яҡшыртыу. Сөнки хәҙерге тормош шарттарында ҡулланыусылар кредиттары һәм ипотекалар алмайынса булмай.
Миҫал итеп офицер БПЛА операторы булып хеҙмәт итеүгә кандидаттарҙың береһенең тарихын һөйләй. Өфөлә йәшәүсе йәш кеше, етеҙ һәм аҡыллы, тауар ташыуҙа, ҡайһы берҙә таксиҙа ла эшләгән. Таксиҙа эшләгәндә ул алғы һыҙыҡтан тыуған яҡтарына отпускыға килгән яугирҙәрҙе, МХО ветерандарын һәм офицерҙарҙы ташый. Ҡулдары руль әйләндерә, күҙҙәре юлды күҙәтә, әммә ошо минуттарҙа ул хәрбиҙәрҙең һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлай. Уларҙың һүҙҙәре егеттең күңеленә тәрән үтеп инә. Һәм бер көндө ул үҙенең урыны махсус хәрби операцияла икәнен аңлай.
"Минеңсә, ул кешеләрҙең бындай шарттарҙа үҙҙәрен нисек тотоуын, уларҙың әхлаҡи сифаттарын, шулай уҡ ғүмерлеккә нығынған дуҫлыҡты күргән һәм аңлаған, — ти капитан Солтанов. — Ниндәйҙер эске ынтылыш уны МХО зонаһына барырға этәрә. Китер алдынан "Беләһегеҙме, миңә был былай ғына эшләп йөрөүҙән күпкә ҡыҙыҡлыраҡ“ тине. Шул уҡ ваҡытта ул бер нисек тә таксист йәки курьер һөнәрен түбәнһетмәй. Һәр кем үҙенсә аҡса таба. Әммә ул үҙен армия хеҙмәтендә һынап ҡарарға ҡарар итә, сөнки, уның фекеренсә, ундағы туғанлыҡ ғәҙәти тормоштағына ҡарағанда күпкә көслөрәк. Үҙенең көсөн фронтта һынап ҡарарға теләүен әйтте".
БПЛА операторлығына кандидат бөтә һынауҙарҙы ла намыҫ менән үтә. Оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙ арала анализдар тапшырып, тәүлек эсендә медицина тикшереүен үтә. Ә биш төп тест блогын үҙ эсенә алған профессиональ һайлап алыуҙы ул 40 минут эсендә башҡарып сыға һәм беренсе категория, йәғни юғары баһаға, лайыҡ була.
Хәҙер Өфө егете — пилотһыҙ осоу аппараттары операторы. Ул хәрби бурыстарын үтәү өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған.
Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ".