Пилотһыҙ системалар ғәскәре сафына саҡыралар

Оборона министрлығы менән килешеү төҙөһәң, өҫтөнлөктәр һәм ташламалар ҡаралған.

Пилотһыҙ системалар ғәскәре сафына саҡыраларПилотһыҙ системалар ғәскәре сафына саҡыралар
Пилотһыҙ системалар ғәскәре сафына саҡыралар

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә – яңы ойошторолған элиталы ғәскәргә йыйыу дауам итә.

Талаптар: 

- 18-45 йәшлек Рәсәй граждандары булған, һаулығы буйынса хеҙмәткә ярарлыҡ ир-егеттәр;

- хәрби хеҙмәттә булмағандар ҙа ҡабул ителә;

- белем 9 кластан да түбән булмаҫҡа тейеш;

- ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булырға;

- "геймер" тәжрибәһе, радиосамолет/дрон, БПЛА менән идара итә белеү хуплана. 

Бында хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре:

- операторҙар өсөн хәүефһеҙлектең иң юғары кимәле тәьмин ителә, улар хәрби бәрелеш урындарынан алыҫта хеҙмәт итә;

- Оборона министрлығы тәүҙә бер йыллыҡ контракт төҙөргә тәҡдим итә. Хәрбиҙе пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә бәйле икенсе һөнәргә йәки ғәскәргә күсереү мөмкин түгел;

- студенттарға айырым шарттар. Теләүселәр академик ял алып контракт төҙөй, ә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң бюджет урындарына күсеп уҡыуын дауам итә ала;

- 1,4 миллион һум күләмендә бер тапҡыр түләү ҡаралған, ә эш хаҡы 220 мең һумдан юғары;

- хәрби заданиены үтәгәндә айырым уңыштарға өлгәшеүселәргә 50 мең һумдан 500 мең һумғаса түләүҙәр ҡаралған.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 телефонына шылтыратып, йә башбат.рф сайтында танышырға мөмкин йәки хәрби комиссариатҡа барырға була. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, никахҡа инеү һәм балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары (булғанда), белем алыу тураһындағы документтар кәрәк.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас