

Яҡташыбыҙ - "Дантэ" позывнойлы махсус хәрби операция яугире үҙенең бурыстарына территорияны разведкалау, позицияларҙағы шәхси составты эҙләү һәм оҙатып барыу, боевиктарҙы юҡ итеү ингәнлеген һөйләй.
Дроновод билдәләүенсә, төп бурыстарҙың береһе — дошманды табыу һәм юҡ итеү. Һөжүм коптерҙары һәм дрон-разведчиктар ярҙамында БПЛА операторҙары был бурыстарҙы уңышлы үтәй.
"Дантэ" әйтеүенсә, уның взводы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән, яугирҙәр өс диверсантты юҡ иткән, уларҙы өс аҙна самаһы күҙәтергә тура килгән.
"Хәрби хәрәкәттәр зонаһында беҙ төрлө модификациялы „мавик“тарҙы ҡулланабыҙ. Бынан тыш, FPV-дрондар бар, улар үҙҙәрен алғы һыҙыҡта күпкә һөҙөмтәлерәк һәм яҡшыраҡ күрһәтә", — тип һөйләй БПЛА операторы.
Әйткәндәй, әле БПЛА ғәскәрҙәренә йыйыу бара. Пилотһыҙ системалар ғәскәре подразделениелары сафында хеҙмәт итеү менән ҡыҙыҡһынғандар бөтә мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, шулай уҡ 122-се һан буйынса белә ала.