

Сығышы менән Ейәнсура районынан булған, бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендәге алыштарҙа ҡатнашҡан "Бабай" позывнойлы яҡташыбыҙ әйтеүенсә, ир-аттың бурысы - Ватанын дошмандан һаҡлау.
– Яҡташыбыҙ ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе ине, – тип һөйләй Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – "Махсус хәрби операция барғанда тыныс ҡына ята алмайым" тип фронтҡа юлланды. Был турала һөйләп тә, ҡысҡырып та йөрөмәне, ә ҡулына ҡорал алды ла алғы һыҙыҡҡа ашыҡты.
Махсус хәрби операция биләмәһендә һалдаттар үҙ-ара татыу һәм бер-береһенә теләктәш. Һәр яугир менән разведкаға барырға мөмкин. "Бабай" ошолар һәм башҡа хәл-торош тураһында ла хәбәр итте. Иң мөһиме, дошман сигенә, беҙҙекеләр яңынан-яңы нығытмаларҙы яулауын дауам итә.
Фото: Ейәнсура районы хакимиәте.