

Ошо көндәрҙә “Дукалис” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты. Ул Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итә.
Ял ваҡытында махсус хәрби операция яугире үҙе белем алған Лаҡлы мәктәбенә балалар янына килде. Яугир бар яҡлап һәләтле. Отпуск ваҡытында Лаҡлы ауылы халҡы менән осрашты һәм ауылдаштарының үтенесе буйынса баянда уйнаны.
Шулай уҡ ул ауыл әүҙемсеһе Светлана Хәйретдиноваға гуманитар ярҙам ойошторғаны өсөн үҙенең етәкселегенең Рәхмәт хатын тапшырҙы һәм мәктәпкә туптар бүләк итте.
Сығанаҡ: “Салауат ерендә”.