

“Хәрби дан” музейында “Үҙ ҡарашым: йөҙҙәр, образдар” исемле күргәҙмә асылды. Күргәҙмә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығына һәм кеше рухының тәрәнлегенә арналған. Экспозицияның авторы – Александр Штиглиц исемендәге Санкт-Петербург дәүләт художество-сәнәғәт академияһы уҡытыусыһы Артур Абдулаев.
Проект идеяһы авторҙа Кавказда “Болот артындағы фронт” хәрби-патриотик фестивалендә ҡатнашҡан саҡта тыуа. Унда Артур Абдулаев Марух тарлауығында эҙләнеүҙәр экспедицияһында һәм Эльбрусҡа күтәрелеүҙә ҡатнаша. Скетчбукта рәссам тирә-яғындағы бөтә ваҡиғаларҙы, йәғни хәрби-тарихи реконструкция, совет армияһы формаһындағы яугирҙәр, көнкүреш әйберҙәре, фляжкалар, портсигарҙар һәм башҡа артефакттарҙы теркәгән. Шулай итеп уның “Үҙ ҡарашы” формалаша башлай. Был осраҡта, күргәҙмәлә иң ҡатмарлы әйберҙәрҙә образдар һәм мәғәнә эҙләү, емереклектәр аша яҡтылыҡты күрергә тырышыу күҙгә ташлана ла инде.
Экспозиция ике өлөштән тора: “Йөҙҙәр" һәм “Образдар”, уларҙа, әлбиттә, уртаҡлыҡ бар. “Йөҙҙәр” бүлегендә рәссам яугирҙе формала ғына түгел, ә иң элек уның тарихын, эске көсөн һәм арығанлығын һүрәтләргә ынтыла. Ә иһә “Образдар” бүлеген яңы график телдә эшләргә тырышҡан, унда абстракт композициялар: емерелгән ҡалалар, кешеләрҙең кисерештәрен тәҡдим итә. Автор үҙе билдәләүенсә, был ҡатмарлы ваҡыттарҙың буталанышын һәм мәлдәрен һыҙыҡтар һәм төҫтәр аша еткерергә тырышҡан.
– Махсус хәрби операция – ул беҙҙең ысынбарлыҡ. Һәм, рәссам булараҡ, мин был ваҡытта сағылған батырлыҡты, трагедияны, сыҙамлылыҡты һәм кешелекте аңлауҙан ситтә ҡала алмайым. Беҙҙең күргәҙмәнең бөтә экспозицияһы яугирҙәрҙең батырлығына һәм хатта иң ауыр ваҡытта ла ҡаршылыҡ күрһәтеүен, йәшәүен һәм ижад итеүен дауам иткән кешелек рухының тәрәнлегенә арналған, – тип белдерҙе күргәҙмәне асыу тантанаһында Артур Абдулаев.
Әйткәндәй, тантанала ветерандар, хәрби хеҙмәткәрҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары, ирекмәндәр ҡатнашты. Уларҙың әйтеүенсә, рәссамдың эштәре улар өсөн сәнғәт әҫәрҙәре генә түгел, ә шәхси ысынбарлыҡтың сағылышы булып тора, унда, бөтә һынауҙарға ҡарамаҫтан, рух үҙенең йәшәүен, ҡаршылыҡ күрһәтеүен һәм ижад итеүен дауам итә.
Артур Абдулаев иһә бөгөнгө көндә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Ул 1985 йылда Үзбәкстанда тыуған, 1993 йылда ғаиләһе Мәләүез ҡалаһына күсеп киләгән. Ул бында художество мәктәбен, һуңынан 64-се Өфө художество-сәнәғәт лицейын тамамлай. 2007 йылдан Питерҙа станок һәм китап графикаһы кафедраһында уҡый һәм артабан уҡытырға ҡала. Графика, рәсем сәнғәте, инсталляция, каллиграфия, шрифт сәнғәте йүнәлештәре буйынса эшләй. Рәссамдың әҫәрҙәре йыл һайын Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларының күргәҙмә майҙансыҡтарында ҡуйыла.
Ә баш ҡалабыҙҙағы күргәҙмәһе иһә республикабыҙҙың “Хәрби дан” музейында эшен 31 августҡа тиклем дауам итәсәк.
Фотолар: “Хәрби дан” музейының матбуғат хеҙмәте.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan