

Хәрби хәрәкәттәр техниканы ғына түгел, уның менән идара иткән кешеләрҙе лә үҙгәртә. Был хаҡта “Горобзор” мәғлүмәт-яңылыҡтар порталына “Себер” бригадаһының “Тир” позывнойлы БПЛА хеҙмәте начальнигы хәбәр итте. Хәрби хеҙмәткәр ни өсөн йәш компьютер уйындары һөйөүселәрҙең пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең нигеҙе булып китеүен, коптер операторының граждан пилотынан нимә менән айырылып тороуын һәм “Баба-Яга” дронының ерҙе нисек һөрөүен аңлата.
“Тир” әйтеүенсә, БПЛА операторы пилот ҡына түгел, ә инженер, химик һәм тактик та.
– Хәрби операторҙы граждан пилотынан хәрби частар менән эшләү оҫталығы айыра. Был – көн һайын штаттан тыш боеприпастар менән эшләү. Беҙ уларҙы икенсел зарарлаусы элементтар менән һуғарабыҙ, маҡсатҡа ҡарап фугас көсөн арттырабыҙ, — тип аңлатты ул.
“Тир” Рәсәй Ҡораллы көстәренең элитаһына нисек инергә мөмкинлеген аңлата. Ҡулды эшкә өйрәтеү өсөн Liftoff кеүек симуляторҙарҙы үҙләштереүҙән башларға кәрәк. Бынан һуң махсус курстарға яҙылырға мөмкин, улар хәҙер бик күп, ә дәрестәрҙе фронтовик инструкторҙар бирә.
– Һәр ваҡыт уҡыуҙы ябай ғәмәлдәрҙән башларға, яйлап ҡатмарлы мәсьәләләргә күсергә кәрәк. Әгәр уҡыу барышында ямғырҙа ла, ҡарҙа ла эшләй алыуыңды аңлаһаң, әгәр дошманды табыу өсөн ландшафтты аныҡ күҙәтә алһаң, әгәр сабырлығың етерлек булһа, тимәк, һин беҙҙең кеше, – ти “Тир”.
Ул беҙҙең мәктәптәрҙең донъяла иң яҡшы белем биреүен билдәләне. Уларҙы тамамланғандан һуң Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйырға мөмкин.
“Тир” фронтта алынған тәжрибә һәм белем юғалмаясағын, өҫтәүенә, гражданлыҡ тормошонда ла ҡулланыла аласағын өҫтәй.
– Геодезия буйынса эш, ландшафт төшөрөү, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итеү — быларҙың барыһы ла көнүҙәк буласаҡ. Бөгөн дошманға ҡаршы эшләгән шул уҡ “Баба-Яга” аппараты ерҙе эшкәртәсәк һәм икмәк үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Был төп ирония, – тип билдәләй “Тир”.
2025 йылда Башҡортостан аграрийҙары БПЛА ярҙамында 25 мең гектарҙан ашыу ауыл хужалығы ерҙәрен эшкәрткән, ә 2030 йылға республика хужалыҡтарында пилотһыҙ аппараттар паркы 150 берәмеккә етеүе ихтимал. Төбәк үҙе БПЛА үҫешендә лидерҙарҙың береһенә әйләнә бара. Мәҫәлән, 2025 йылда бында туғыҙ меңдән ашыу аппарат етештерелгән, операторҙар әҙерләү үҙәктәре асыла.
– Минең өсөн “Алға, Башҡортостан!” тигән һүҙбәйләнеш күпте аңлата. Был минең тыуған яғым, ғаиләм йәшәгән, бала сағым үткән атайсалым тураһында иҫкә төшөрөү. Хатта бында, һуғышта, һин үҙеңдең республикаңды күрһәтеүеңде иҫкә төшөрөргә тырышаһың. Шуға күрә һин үҙеңә: "Алға, Башҡортостан!" тиһең һәм һуғышҡа бараһың, — тине ул.
ИҒТИБАР!
* Пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр – юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр. Шуға күрә улар өсөн айырым шарттар булдырыла һәм унда урындар һаны ла сикләнгән.
* Был контрактсыларға башҡа яугирҙәргә тәғәйен кеүек үк түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡаралған, ләкин улар өсөн айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.
* Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.
* Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
* Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
* Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡыуын дауам итергә хоҡуҡлы.
* Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50000 – 500000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
* Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр генә контракт төҙөй ала. Яңы подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-иҫәп белгеслектәре әлегә ҡаралмаған.
* FPV-дрон операторы булыу өсөн йәш буйынса талап – 18 йәштән 35 йәшкәсә, ә башҡа белгестәр өсөн – 18 – 45 йәш.
* Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ.
* Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемдең булыуы мотлаҡ.
* Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡарарҙары осрағында ҡарар һәр кемгә ҡарата шәхсән рәүештә ҡабул ителә.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Үҙең йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156).
“Дәүләт хеҙмәттәре”ндә заявка ҡалдырырға мөмкин.
БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында бөтә мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм, 122 һандарын йыйып, телефон аша алырға мөмкин.
Фото: "Башинформ".