Яугирҙәрҙең ғаиләләре Өфөләге “Максимус” циркында булды

Балалар ата-әсәләре менән бергә һауа гимнастарын, ҡыйыу акробаттарҙы, йылғыр хайуандарҙы һәм “батырлыҡ тәгәрмәсе”ндәге мауыҡтырғыс номерҙарҙы ҡараны.

Яугирҙәрҙең ғаиләләре Өфөләге “Максимус” циркында булдыЯугирҙәрҙең ғаиләләре Өфөләге “Максимус” циркында булды
Яугирҙәрҙең ғаиләләре Өфөләге “Максимус” циркында булды

Һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары, махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләре менән Өфөләге “Максимус” циркында булды.

Балалар ата-әсәләре менән бергә һауа гимнастарын, ҡыйыу акробаттарҙы, йылғыр хайуандарҙы һәм “батырлыҡ тәгәрмәсе”ндәге мауыҡтырғыс номерҙарҙы ҡараны. Шулай уҡ улар татлы мамыҡ һәм попкорн менән һыйланды.

         – Бындай саралар ғаиләләргә психологик ярҙам күрһәтергә һәм балаларға байрам атмосфераһын бүләк итергә ярҙам итә. Билеттар биреүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм һеҙҙең тамашағыҙҙың артабан да сәскә атыуын теләйбеҙ! – тип уртаҡлашты “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалының рәсми сәхифәһе Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылды. Фондтың төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарын, һәләк булғандарҙың ғаиләләрен һәм оҙаҡ ваҡыт бәйләнешкә сыҡмаған яугирҙәрҙе шәхси социаль тәьмин итеү. Фонд тейешле ярҙам сараларын алыуҙа ярҙам күрһәтә һәм Ватанды һаҡлаусыларға тыныс тормошҡа кире яраҡлашырға ярҙам итә.

Фондтың “Telegram”дағы рәсми каналы: https://t.me/zahitnikiotechictvarb

Фондтың “Одноклассник”тағы рәсми бите: https://ok.ru/group/70000002819251

Сайты: https://fzo.gov.ru/

Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалының матбуғат хеҙмәте.

Яугирҙәрҙең ғаиләләре Өфөләге “Максимус” циркында булды
Яугирҙәрҙең ғаиләләре Өфөләге “Максимус” циркында булды
Яугирҙәрҙең ғаиләләре Өфөләге “Максимус” циркында булды
Яугирҙәрҙең ғаиләләре Өфөләге “Максимус” циркында булды
Яугирҙәрҙең ғаиләләре Өфөләге “Максимус” циркында булды
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас