Бөрйәндәр яугир ғаиләләренә ярҙам иткән

Был хаҡта район хакимиәте башлығы үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Бөрйәндәр яугир ғаиләләренә ярҙам иткәнБөрйәндәр яугир ғаиләләренә ярҙам иткән
Бөрйәндәр яугир ғаиләләренә ярҙам иткән

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин яугир ғаиләләренә бар яҡлап ярҙам күрһәтелеүе хаҡында хәбәр итә. 

"Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙҙең ғаиләләренә хәлебеҙҙән килгән тиклем ярҙам күрһәтеү — беҙҙең мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе. Был йүнәлештәге изге эштәр артабан да дауам итә. Байназар ауылында МХО-ла хеҙмәт итеүсе яугирҙың әсәһенең мөрәжәғәте буйынса яҙғы ҡар һыуҙарын ағыҙыу өсөн траншеялар ҡаҙылды. Иҫке Собханғол ауылында ҡышҡа әҙерлеҡ маҡсатында яугир ғаиләһенә ярҙам ойошторолдо — улар ҡоро утын менән тәьмин ителде. Был изге һәм яуаплы эштә ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде белдерәм!"- тип яҙған башлыҡ үҙенең сәхифәһендә.

 

Фото һәм сығанаҡ: Рәмил Абдуллиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Бөрйәндәр яугир ғаиләләренә ярҙам иткән
Бөрйәндәр яугир ғаиләләренә ярҙам иткән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас