“Һеҙҙең һәр ярҙам сәпкә тейгән уҡтай”

“Корт” яңы техник ҡаҙаныштар хаҡында һөйләне.

“Һеҙҙең һәр ярҙам сәпкә тейгән уҡтай”“Һеҙҙең һәр ярҙам сәпкә тейгән уҡтай”
“Һеҙҙең һәр ярҙам сәпкә тейгән уҡтай”

Башҡортостандан пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары дошмандың һөжүм һәм разведкалау дрондарын юҡ итеүгә ҙур өлөш индерә. Ошо бурыс, шулай уҡ пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙең техник йәһәттән тәьминәте тураһында “Корт” позывнойлы яугир яҡташыбыҙ һөйләне.

– Ҡаршы яҡ күберәк дистанцияла һуғыша, – ти ул. – Техникалары, автоматлаштырылған саралары күп: гүйә, компьютер уйыны уйнайҙар: баҫтың, ебәрҙең, ситкә шылдың тигән һымаҡ. Ә яҡындан тороп һуғыша алмайҙар, сөнки уның өсөн “ҡорос” нервы, йәшен тиҙлегендәге реакция кәрәк бит. Уларҙа иһә барыһы ла шаблон, инструкция буйынса. Саҡ ҡына пландан ситкә киттеңме, шунда уҡ тотҡарлыҡтар башлана. Ҡаршы яҡтыҡылар үҙҙәре лә башҡаса, беҙгә оҡшамаған. Барыһын да техниканан көтәләр, ә ул бит өмөттө гел генә аҡламай.

“Корт” әйтеүенсә, беҙҙең пилотһыҙ осоу аппараттары эшендә яңылыҡтар күп. Иң мөһимдәренең береһе – дошман сигналды баҫҡан осраҡта ла тотороҡло бәйләнеш һаҡлана: ретрансляторҙар, альтернатив йышлыҡтар, бер нисә каналлы схемалар барлыҡҡа килә. Шуныһы тағы ла яҡшыраҡ: сигнал юғалһа ла, яңы дрондар билдәләнгән йүнәлештәр буйынса йәнә күпмелер ваҡыт оса ала.

– Тепловизорҙар ҙа яңыртыла. Улар хәҙер йәтешерәк һәм асығыраҡ – төндә лә көндөҙгө кеүек күрһәтә, – ти “Корт”. – Ә иң шәбе – дрондарҙың төркөм менән, ҡош тубы кеүек тупланып эшләргә өйрәнеүе. Бындай осраҡта уларҙың береһе дошмандың иғтибарын башҡа нәмәгә йәлеп итә, икенсеһе эҙләй, өсөнсөһө һөжүм итә һ.б. Әйткәндәй, мин, яңыртылған техника күп булһа ла, уларҙың һәр береһен тотоп ҡарарға, тикшерергә, ныҡлап өйрәнергә тырышам.

“Корт” рухи ҡеүәтте ҡайҙан алыуы тураһында ла әйтеп үтте.

 – Ауыр саҡтарҙа ябай ғына күренештәр ҙә көс өҫтәй, – ти ул. – Мәҫәлән, хеҙмәттәштәреңдең яныңда булыуы, уларҙың һине бер ҡасан да ташламауын белеү; “ҡошсоҡ”тоң маҡсатына өлгәшеүен күреп, эшеңдең ысынлап та файҙа килтереүен аңлау; шулай уҡ тыуған яҡтан килгән хаттар, күстәнәстәр, төрлө кәрәк-яраҡ: әйтәйек, йылы ойоҡбаштар, аккумулятор өсөн зарядка ла күңелгә көс өҫтәй – яҡташтар хәстәрләй, онотмай бит. Йәнә техникаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙа ыңғай йоғонто яһай: яңы схеманы тикшерәһең, нисек эшләнгәнен аңларға тырышаһың, һөҙөмтәлә мейенең иғтибары яуҙан башҡа нәмәгә йүнәлтелә лә арыу онотола. Һәм, әлбиттә, яраларым төҙәлеп бөтмәһә лә, тағы сафҡа баҫыуым күңелгә көс өҫтәй – тимәк, булдыра алам!

“Корт” республика етәкселегенә, яҡташтарына яугирҙәрҙе даими хәстәрләүе өсөн рәхмәтле. “Уларҙың һәр ғәмәлен мин сәпкә туп-тура тейгән уҡ менән сағыштырам – иң кәрәкле ярҙам төрҙәрен күрһәтәләр, – ти “Корт”. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың МХО яугирҙәре менән бәйләнеш буйынса ике кәңәшсеһен тәғәйенләүе мөһим ҡарарҙарҙың береһе булды – уларға даими мөрәжәғәт итәбеҙ. Ирекмәндәрҙең гуманитар ярҙам йыйыр алдынан нимәгә айырыуса ҙур мохтажлыҡ кисереүебеҙ хаҡында белешеүе һәм нәҡ шул кәрәк-яраҡты килтереүе беҙҙең өсөн үтә мөһим. Бында пилотһыҙ осоу аппараттарына кабелдәр, аккумуляторҙар, запас камералар, термокейемдәр, ҙур булмаған пауэрбанктар һәр саҡ кәрәк. Һәм, әлбиттә, балаларҙан килгән хаттар, ҡыҫҡа видеояҙмалар, ябай һәм йылы һүҙҙәр бөтә арыуҙы юҡҡа сығарып, алға ынтылыр көс бирә.

Фото: "Молодежная газета".

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас