"Уның менән балалар йортонда бергә үҫтек"

Яҙыусы үҙенең балалыҡ дуҫы, яҡташы өсөн ныҡ ҡыуаныуын белдерҙе.

"Уның менән балалар йортонда бергә үҫтек""Уның менән балалар йортонда бергә үҫтек"
"Уның менән балалар йортонда бергә үҫтек"

Билдәле прозаик Айгиз Баймөхәмәтовтың иптәше, МХО яугире Оборона министры ҡулынан юғары награда алыуы хаҡында “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә һөйләне.

РФ Оборона министры Андрей Белоусов уҡсы булып хеҙмәт иткән “Риа” позывнойлы яугиргә икенсе дәрәжә “Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалын тапшырған.

Динар 2024 йылдан МХО-ла хеҙмәт итә, өс тапҡыр яраланған. Шуға ҡарамаҫтан, ул батырҙарса Ватанды һаҡлауын дауам итә. Ошондай награда менән бүләкләнеүе лә үҙе үк әйтеп тора – яҡташыбыҙ көслө ихтыярлы, һынмаҫ рухлы.

“Динарҙы бала саҡтан беләм, Белорет районындағы балалар йортонда бергә үҫтек. Уның сығышы Әбйәлил районынан. Дуҫым һәм яҡташым өсөн бик ҡыуанам. Уға тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуын теләйем!» - тип яҙа Айгиз Ғиззәт улы.

Фото сығанағы: Айгиз Баймухаметов.

"Уның менән балалар йортонда бергә үҫтек"
"Уның менән балалар йортонда бергә үҫтек"
"Уның менән балалар йортонда бергә үҫтек"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас