«Турист»: "Яҡындарыма яратам тип әйтергә өйрәндем"

Күптән түгел Санкт-Петербург ҡалаһында һөйгәне  менән никахын теркәгән «Турист» менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта башланды.23 йәшлек яҡташыбыҙ Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡығанда уҡ  БПЛА операторына уҡып сыҡҡан.

«Турист»: "Яҡындарыма яратам тип әйтергә өйрәндем"«Турист»: "Яҡындарыма яратам тип әйтергә өйрәндем"
«Турист»: "Яҡындарыма яратам тип әйтергә өйрәндем"

 Диплом яҡлар алдынан ул үҙе теләп әрме хеҙмәтенә барырға теләк белдерә.  «Мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла яҡшы билдәләргә генә өлгәштем. Йөҙөү, көрәш, туризм менән ныҡлы шөғөлләндем. Ил һаҡлау - ир-егеттәрҙең изге бурысы, физик яҡтан сыныҡҡас, үҙемде ышаныслы тойҙом», – ти Мәләүез районы Ергән ауылы егете.


Танк ғәскәре хеҙмәтенә эләккән һалдатты хәрби серҙәргә өйрәтәләр, унан Белгородҡа мотоуҡсылар батальоны составында ил сиген һаҡларға тура килә.
«БПЛА операторы бөгөнгө заманда бик кәрәкле һөнәр. Уны иҡтисадтың төлкө өлкәләрендә ҡулланырға мөмкин», - ти ете ай дауамында ил сиген һаҡлаған егет.
Ноябрҙә армиянан ҡайтҡан егет йәштән дуҫлашып йөрөгән ҡыҙына бергә тормош юлын үтергә тәҡдим итә.  Ҡайтҡас та ғинуарҙа никах туйы үткәргәндәр, ғүмерҙәренең тулҡынландырғыс мәлен Санкт-Петербург ҡалаһының иң матур, күркәм һарайында теркәгәндәр.


«Атай-әсәйгә матур урындарҙы күрһәтеп алып ҡайттыҡ. Әрмегә тиклем яҡындарыма үҙемдең иң изге хис-тойғоларҙы белдерергә ояла торғайным. Хәҙер өйрәндем. Фани донъяла йәшәгәндә эргәләге кешеләребеҙгә ваҡытында яратыу һүҙен әйтеп ҡалырға кәрәк», - ти хәрби хәрәкәт ветераны.

«Турист»: "Яҡындарыма яратам тип әйтергә өйрәндем"
«Турист»: "Яҡындарыма яратам тип әйтергә өйрәндем"
«Турист»: "Яҡындарыма яратам тип әйтергә өйрәндем"
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас