Ветерандарға эшкә урынлашырға ярҙам итәләр

Республикала 37 муниципалитетта МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәктәре асылды.

Ветерандарға эшкә урынлашырға ярҙам итәләрВетерандарға эшкә урынлашырға ярҙам итәләр
Ветерандарға эшкә урынлашырға ярҙам итәләр

Башҡортостанда МХО ветерандарын эшкә урынлаштырыу кимәле 75 проценттан ашҡан. Бөгөн республикала 3035 кеше эшкә урынлаштырылған. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә хәбәр иттеләр.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына комплекслы ярҙам системаһы булдырылған. Бөгөн ул 99 ярҙам сараһын үҙ эсенә ала, шуларҙың 55-е төбәк кимәлендә тормошҡа ашырыла.

Әлеге ваҡытта 37 муниципалитетта МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәктәре асылған. Тағы 29 муниципалитетта объекттар тамамланыу стадияһында. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибов объекттарҙы асыу темптарын тиҙләтергә һәм уларҙың әҙерлеген генә түгел, тулы кимәлдәге эшен дә тәьмин итергә саҡырҙы.  

– Ярҙам үҙәктәре кеше теләһә ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итә һәм ғәмәлдә ярҙам ала алған урын булырға тейеш. Бинаны асыу ғына етмәй, белгестәр командаһын булдырыу, “Ватанды һаҡлаусылар“ дәүләт фонды, мәшғүллек үҙәктәре, “Ғаилә“ хеҙмәте, хәрби комиссариаттар һәм йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеүҙе яйға һалыу мөһим. Төп бурыс – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәр кемде һәм уның ғаилә ағзаларын килеп тыуған мәсьәләләрҙе тулыһынса хәл иткәнгә тиклем оҙатып йөрөү, — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Эшкә урынлаштырылғандар иҫәбенән 2333 ветеран ялланып эшләй, 700-ҙән ашыу ветеран шәхси эшҡыуарлыҡты, үҙмәшғүллекте рәсмиләштереп йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ ойоштороп, үҙ эшен асҡан. Эшкә урынлашыу кимәле буйынса Мәләүез районы, Яңауыл районы һәм Салауат ҡалаһы алдынғылар рәтендә, унда күрһәткес 80 проценттан ашып китә.

Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Андрей Назаров, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү республиканың дәүләт власы органдары эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып ҡала, тип белдерҙе.

Ярҙам үҙәктәрен ваҡытында асыуға, һөҙөмтәле ведомство-ара эш итеүгә һәм ветерандарҙы уңышлы социаль яраҡлаштырыу һәм эшкә урынлаштырыу өсөн шарттар булдырыуға айырыуса иғтибар бирелергә тейеш.

 

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас