Беҙ йәнә аяҡҡа баҫтыҡ

Адаптив кейем комплекттарын Благовар районынан Вильмир Килмәмәтов һәм Бүздәктән Рөстәм Бабаджанов алды

Беҙ йәнә аяҡҡа баҫтыҡБеҙ йәнә аяҡҡа баҫтыҡ
Беҙ йәнә аяҡҡа баҫтыҡ

Бөгөн беҙҙең барыбыҙҙың да дөйөм маҡсаты – яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Ә иһә “Ватанды һаҡлаусылар” ише фондтарҙың эшмәкәрлек даирәһе тағы ла киңерәк. Улар өйҙәренә ҡайтҡан һәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыны тулыһынса медицина тикшереүе һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса эш алып бара.  

Был йәһәттән күптән түгел “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалында хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға техник реабилитация саралары тапшырылды.

Ветерандарҙы һәм филиал хеҙмәткәрҙәрен сараның абруйлы ҡунаҡтары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алексей Касьянов, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мельников сәләмләне.

Александр Касьянов филиал хеҙмәткәрҙәренә яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам иткәндәре, битараф булмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк бүлексәһенең “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы һәм “Ер көсө” төбәк-ара этномәҙәни фестивале кеүек күп кенә йәмәғәт проекттары федераль кимәлдә лә баһалана, тип билдәләне ул.

– Юғары функциялы техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү – “Ватанды һаҡлаусылар” фонды эшенең мөһим йүнәлеше. Коляска-креслолар, спорт һәм бионик протездар геройҙарыбыҙға тулы тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, ғаиләһе хаҡында хәстәрлек күрергә ярҙам итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Өҫтәмә функциялар менән кресло-колясканы махсус операция ветераны Дамир Мөрсәлимовҡа тапшырҙылар. “Баҫҡыстарға менеү” менән йыһазландырылған коляска фатирҙан ситтә йөрөү мөмкинлеген бирә һәм баҫҡыстарҙы, бордюрҙарҙы һәм башҡа ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкинлек биргән махсус механизмға эйә.

Адаптив кейем комплекттарын Благовар районынан Вильмир Килмәмәтов һәм Бүздәктән Рөстәм Бабаджанов алды.

– Социаль координаторҙарға һәм фонд етәкселегенә рәхмәт белдерәм, сөнки мин йәнә аяҡҡа баҫтым, йәнә йөрөй алам һәм, шул иҫәптән, йәмәғәт проекттарында ҡатнаша алам, – тип уртаҡлашты Вильмир.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды 2025 йылдың июлендә махсус хәрби операция ветерандарына адаптив кейем комплекттары бирә башланы. Башҡортостанда бөгөнгө көнгә ветерандарҙан 200-ҙән ашыу ғариза килгән һәм улар 180-гә яҡын комплект алған да инде.

Фотолар: “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы матбуғат хеҙәтенән.

Беҙ йәнә аяҡҡа баҫтыҡ
Беҙ йәнә аяҡҡа баҫтыҡ
Беҙ йәнә аяҡҡа баҫтыҡ
Беҙ йәнә аяҡҡа баҫтыҡ
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас