Рапат егеттәре һынатмай

Ҡаһарман ауылдаштар ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы үтәй.

Рапат егеттәре һынатмайРапат егеттәре һынатмай
Рапат егеттәре һынатмай

Саҡмағош районының Рапат ауылынан “Зара” һәм “Шанхай” позывнойлы яугирҙәр махсус хәрби операция башланғандан алып, 2022 йылдан, бер подразделениела хеҙмәт итә.

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары булараҡ, егеттәр ҡатмарлы хәрби бурыстар үтәй. Уларҙың һөнәри оҫталығы, сыҙамлығы һәм бурысына тоғролоғо юғары дәүләт наградалары менән билдәләнә. Икеһенең дә күкрәгендә - “Суворов”, “Жуков”, “Генерал Шайморатов”, “МХО ҡатнашыусыһы” миҙалдары.

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре айырым хөрмәткә лайыҡ. Улар ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләгәне өсөн хәрби часть командованиеһынан рәхмәт хаттарына менән бүләкләнде.

Күптән түгел яугирҙәр ялда булып киткән, әле хеҙмәттәрен дауам итәләр.

Уларҙың батырлығы, рух көсө һоҡланыу тыуҙыра. Егеттәребеҙ тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуыбыҙҙы көтәбеҙ.

Фото: Реканс Йәмәлиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Рапат егеттәре һынатмай
Рапат егеттәре һынатмай
Рапат егеттәре һынатмай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас