Изгелек өсөн сиктәр юҡ

Ирекмәндәр госпиталдә дауаланған яугир өсөн дә посылка әҙерләргә  онотмай.  Бал, үлән сәйе һәм әсәһенең күстәнәстәре яҡташыбыҙға тапшырыласаҡ.

Изгелек  өсөн сиктәр юҡИзгелек  өсөн сиктәр юҡ
Изгелек өсөн сиктәр юҡ

Бәләбәй районының бөтә ирекмәндәр  төркөмөндә яҡташ яугирҙәрҙең үтенесе буйынса даими рәүештә гуманитар ярҙам туплана, район-ара һәм төбәк- ара бәйләнештәр киңәйә.

Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһынан Сергей Прокопьев Өфөнән Приют ҡасабаһына пончо тегеү өсөн  туҡыма килтереп, “Башҡортостан” полкы егеттәре өсөн маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар илтте. Һамарҙан Моисеевтарҙың ирекмәндәр ғаиләһе Октябрьский  ҡалаһы келәтенә Приют ирекмәндәре һорауы буйынса ут һүндергестәр илтеп тапшырҙы.

Баженов ауылынан Смирновтар ғаиләһе рабица селтәре тапшырҙы, ә “Баженов үреүселәре” маскировкалау селтәрҙәре  килтерҙе. Бәләбәй районында тупланған йөктөң бер өлөшө Октябрьский ҡалаһына оҙатылды. Махсус хәрби операция зонаһынан юлға сыҡҡан  машина   яҡташтарыбыҙға гуманитар йөктө илтәсәк. Ирекмәндәр госпиталдә дауаланған яугир өсөн дә посылка әҙерләргә  онотманы.  Бал, үлән сәйе һәм әсәһенең күстәнәстәре яҡташыбыҙға тапшырыласаҡ. Гуманитар ярҙам, райондың бөтә ауылдарынан йыйылып,  даими рәүештә Бәләбәй ҡалаһынан оҙатыла.

Фото: район ирекмәндәренең шәхси архивынан.

 

Изгелек  өсөн сиктәр юҡ
Изгелек  өсөн сиктәр юҡ
Изгелек  өсөн сиктәр юҡ
Изгелек  өсөн сиктәр юҡ
Изгелек  өсөн сиктәр юҡ
Изгелек өсөн сиктәр юҡ
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас