

”Резо” позывнойлы яҡташыбыҙ пилотһыҙ осоу аппараттары һәм ер өҫтө робот техникаһы комплекстары операторы булып хеҙмәт итә.
Ялға ҡайтҡан сағында ул туғандарын һәм дуҫтарын ныҡ һағыныуын, ә хеҙмәт уны тыныс тормошто тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәткәне хаҡында һөйләгән.
Яугир әйтеүенсә, заманса пилотһыҙ аппараттар һәм ер өҫтө роботтары төрлө бурыстарҙы үтәүҙә ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта операторҙар даими рәүештә эш ысулдарын камиллаштыра, яңы ҡорамалдарҙы үҙләштерә һәм техникаға идара итеүҙең иң һөҙөмтәле ысулдарын һайлай.
Хәрби хеҙмәткәр шулай уҡ БПЛА операторы үҙенең техникаһын яҡшы белергә, шулай уҡ сабыр, ныҡышмалы булырға һәм тиҙ ҡарар ҡабул итә белергә тейешлеген билдәләй. Тап ошо сифаттар ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәүгә ярҙам итә.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында бөтә һорауҙарҙы 122 телефоны аша бирергә мөмкин.
Фото: “Резо”ның ғаилә альбомынан.