

Нуриман районының Оло Теңкәш ауылынан "Кама" позывнойлы егет махсус хәрби операция зонаһынан отпускыға ҡайтҡан. Был хаҡта Нуриман районы хакимиәте хәбәр итә.
Ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул тик ятмай — мунса төҙөүгә тотонған! Был уның үҫешкә ынтылышы һәм яҡындары тураһында хәстәрлек күреүе хаҡында һөйләй. Яугир яҡташыбыҙ — барыбыҙ өсөн дә өлгө. Яуаплылыҡ, Ватанға тоғролоҡ һәм ғәйәт ҙур рух көсө өлгөһө. Ул лайыҡлы рәүештә төрлө наградалар менән бүләкләнгән, әммә уның өсөн иң ҙур награда — тыныслыҡ.
Рәхмәт һиңә, “Кама”, хеҙмәтең, батырлығың өсөн! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ һәм ихлас күңелдән тыуған яғыңа — һин шундай ҡаһарманлыҡ менән һаҡлаған тыныс тормошҡа имен-аман әйләнеп ҡайтыуыңды көтәбеҙ!” — тип яҙа район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: Нуриман районы хакимиәте сайтынан.