Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Августа , 04:00

"Хәрби булырға хыялланам"

Пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән Кирилл исемле егеткә күптән түгел 20 йәш тулған. Ул армияла хеҙмәт үтеү урынына контракт төҙөргә һәм пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре составында махсус хәрби операция зонаһына барырға ҡарар иткән.

"Хәрби булырға хыялланам""Хәрби булырға хыялланам"
"Хәрби булырға хыялланам"

Пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән Кирилл исемле егеткә күптән түгел 20 йәш тулған. Ул армияла хеҙмәт үтеү урынына контракт төҙөргә һәм пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре составында махсус хәрби операция зонаһына барырға ҡарар иткән.

Яҡташыбыҙ Бөрө ҡалаһынан. Өфө фән һәм технологиялар университетының колледжын тамамлаған. «Компьютер системалары оҫтаһы» һөнәре буйынса уҡыған. БПЛА операторы сифатында үҙен хәрби шарттарҙа һынап ҡарарға ниәтләй ул.

- Атайым яғынан ағайым контракт буйынса хеҙмәт итте, әсәйемдең өлкән ағаһы Афған яуын үткән. Быларҙың барыһы ла миндә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.  Миңә пилотһыҙ осоу аппараттарын һәм разведка дрондарын йыйыу ҡыҙыҡ. Фронттағы хәлде һауанан күҙәтергә һәм хеҙмәттәштәребеҙҙең көндәлек тормошон һаҡларға теләйем.

Колледжда диплом эшен яҡлар алдынан таныш студенттарҙың дрон яһауын күҙәтә инем. Мин армиябыҙға ярҙам итеүҙең ошо йүнәлешен һайларға теләйем. Уҡыу осоронда барыһын да ентекле өйрәнербеҙ,  тип уйлайым. Мин күберәк белергә һәм киләсәктә хәрби иптәштәремә ярҙам итергә тырышасаҡмын.

Колледжда компьютерҙар менән эшләргә генә түгел, ә контакттарҙы иретеп йәбештереү менән шөғөлләнергә, программалау телдәрен өйрәтәләр. Мине һәр ваҡыт ағайым һәм армияла хеҙмәт иткән таныштарым миҫалы рухландырҙы. Әгәр беҙҙең көндәрҙә махсус операция булмаһа, барыбер контракт төҙөп, тыуған илебеҙҙең сиктәрен йәки ниндәйҙер объекттарҙы һаҡлар инем, тип уйлайым.

Әлбиттә, әсәйем һәм яҡындарым минең өсөн борсола. Уларға  позициямды аңлатып бирҙем, хәҙер улар минең ҡарарға тыныс ҡарай. Ғөмүмән, хәрби булырға бала саҡтан хыялландым,  –  ти Кирилл.

Бер нисә көндән яҡташыбыҙ үҙе кеүек үк пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәренә һайлап алынған башҡалар менән бергә яңы һөнәр үҙләштереү һәм күнекмәләрҙе камиллаштырыу өсөн уҡыу полигонына юллана.

Пилотһыҙ осоу ғәскәрҙәре операторҙары рәтенә ҡушылырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки 122 һаны буйсе ҡыҙыу линия телефоны номеры буйынса белә ала. Шулай уҡ улар йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза ҡалдырырға мөмкин. Үҙең менән паспорт, хәрби билет, дипломдар, никах һәм балалар тыуыу тураһында таныҡлыҡтар алырға кәрәк.

 

 (Владимир Шакиев яҙмаһы буйынса)

Фото: s09.stc.yc.kpcdn.net

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас