

Йыл да 2 августа Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Был байрам күптән инде халыҡ байрамына әүерелгән.
Десантсыларҙы бөйөк илебеҙҙең Ҡораллы Көстәренең элитаһы тип тә йөрөтәләр, сөнки инде 96 йыл дауамында “зәңгәр береттар” үтә мөһим һәм ҡатмарлы бурыстарҙы үтәй, тәүгеләрҙән булып утлы алыштарға ташлана, иң ауыр хәрби заданиеларға йүнәлә.
Әле десантсылар өсөн үтә мөһим осор, сөнки улар махсус хәрби операция бурысын һөҙөмтәле башҡарған төп көстәрҙең береһен тәшкил итә. Белеүегеҙсә, беҙҙең республика ҡыйыу улдарын онотмай – Рәсәй Геройҙары булған десантсы яҡташтарыбыҙҙың исемен йөрөткән батальондар төҙөлдө. Уларҙың береһе – Чечен Республикаһында конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған Рәсәй Геройы Александр Доставалов, икенсеһе МХО-ла ҡатнашып һәләк булған Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемен йөрөтә.
Илебеҙҙә Һауа-десант көнөндә төрлө саралар үтә, республикабыҙҙа ла уны киң билдәләйҙәр. Бөгөн 10.00 сәғәттә – Өфөләге “Еңеү” паркында, 11.30 сәғәттә “Тулҡын” паркында сәскә һалыу тантаналары үтте.
Шулай уҡ Шишмә районының Алкин-2 ауылындағы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында 9:30 сәғәттә “Геройҙар ярышы” – ҡаршылыҡтар аша экстремаль йүгереү булды. Иртәндән унда интерактив һәм күргәҙмә майҙансыҡтары эшләй, шулай уҡ республиканың ижади коллективтар сығыш яһай.
11:00 сәғәттә “Атай – десантсы” балалар һүрәттәре конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Сараның рәсми өлөшө 12:30 сәғәттә башланды, шунан һуң 13:00 сәғәттә десантсыларҙың, “Первушино” пилотаж төркөмөнөң һәм парашютсыларҙың күрһәтмә сығыштары башланды. Шулай уҡ район һәм ҡалаларҙа десантсыларға арналған саралар уҙа.
Фото: Рөстәм Шәриповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.