

Һуғышҡа тиклем ул Данияр Ғәбитов етәкселегендәге “Иҙел” агрофирмаһында мал ҡараусы ла булып эшләгән. Олегтың әсәһе Гөлфиә Менәүәр ҡыҙы улын яуға ебәрергә теләмәгән. Әсәһе мәрхүм булғас та, оҙаҡ уйлап тормай, 2024 йылда ил һаҡларға юллана ул. 38 йәшендә үҙ теләге менән контракт төҙөп махсус хәрби операцияға киткән яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта штурмлаусылар батальонында һуғыша, ҡораллы бәрелештән һуң дошмандан азат ителгән яңы биләмәләрҙе нығытыусы була. Ҡаты яраланған һалдат Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Дондағы Ростов, Екатеринбург госпиталдәрендә дауалана.
Уның менән аралашҡан арала ил алдындағы бурысын үтәгәне өсөн ғорурлыҡ тойғоһон һиҙәм. “Элегерәк тормошҡа ҡарашым, бәлки, еңел-елперәк булғандыр. Хәҙер мин - илен, яҡындарын һаҡлаған ветеран”, - ти ул. Госпиталдән сыҡҡас, Олег Арбузов дрон менән идара иткән. “Киләсәктә БПЛА операторы - бик кәрәкле һөнәр. Йәштәргә дрон менән эшләү программаларын, картографияны өйрәнергә, радио йышлыҡтары өлкәһендә физиканы үҙләштерергә кәрәк”, – ти ветеран. Олег Арбузовтың яуҙағы ҡаһарманлығы “Батырлыҡ өсөн”, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән билдәләнгән. Ҡурҡыу белмәгән яугир менән туғандары ла, ике балаһы ла ғорурлана. Быуаттар аша илебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлап яуға күтәрелгән батырҙар рухына арнап күркәм саралар үткәрәләр, тимәк, бөгөнгө ил һаҡсыларының батырлығы ла ил тарихында ҡаласаҡ.
"Башҡортостан" гәзитенең рәсми МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan