Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Августа , 04:00

"Беҙҙең кеүек белгестәргә ихтыяж арта"

Йәш яугир ни өсөн пилотһыҙ системалар ғәскәрен һайлаған?

"Беҙҙең кеүек белгестәргә ихтыяж арта""Беҙҙең кеүек белгестәргә ихтыяж арта"
"Беҙҙең кеүек белгестәргә ихтыяж арта"

Республикабыҙҙан “Муравей” позывнойлы йәш яугир пилотһыҙ системалар ғәскәре менән контракт төҙөп, илебеҙ биләмәһендәге махсуслаштырылған полигонда ике ай уҡыу үткәс, бүлексәлә хеҙмәт итә башлаған.

“Мин хәрби саҡырылыш буйынса армияла булманым. “Бындай осраҡта пилотһыҙ системалар ғәскәренә алалармы?” тип күптәр һорай. Эйе, алалар. Әгәр контракт буйынса ошонда хеҙмәт итәһең икән, хәрби саҡырылыш буйынса армияға барыу бурысың үтәлгәнгә һаналасаҡ, – ти йәш яугир. – Ни өсөн мин БПЛА ғәскәрҙәрен һайланым? Бында хеҙмәт иткәндәр, башҡа яугирҙәр кеүек үк, Рәсәй Оборона министрлығы тарафынан билдәләнгән тулы социаль пакетҡа хоҡуҡлы. Шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы статустары, контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр бирелә торған аҡса, өҫтәүенә төбәк, ведомство түләүҙәре ҡаралған. Өҫтәүенә, алғы һыҙыҡтағылар менән сағыштырғанда, хәүефһеҙерәк тә. Йәнә шуныһы: беҙҙе, үҙебеҙҙең ризалыҡтан тыш, башҡа ғәскәрҙәргә күсерә алмайҙар. Контрактта был пункт айырым нығытылған”.

“Муравей” билдәләүенсә, махсус контрактта билдәләнгән хеҙмәт ваҡыты – бер йыл. Ошо осор үткәс, уны туҡтатырға йәки, теләгең булһа, дауам итергә мөмкин. Йәш яугир был һөнәрҙе ныҡлы өйрәнеп, артабан граждандар тормошонда юғары технологиялар ҡулланылған тармаҡтарҙа үҙ урынын табырға планлаштыра.

– Төҙөлөш, нефть-газ сәнәғәте, логистика, ауыл хужалығы һәм башҡа өлкәләрҙә беҙҙең кеүек белгестәргә ихтыяж арта, – ти ул.

Йәш яугиргә именлек, пландарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Фото: яугирҙең шәхси архивынан.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас