

Башҡортостанда яңы исемле батальонға – пилотһыҙ системалар батальонына һайлап алыу башлана. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
“Хәрби частарҙың береһе вәкилдәре миңә шундай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Мин был башланғысты хупланым. Ни өсөн? Беҙҙең егеттәр араһында пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр күп – был Ҡораллы Көстәрҙең элитаһы, уның артында беҙҙең армияның киләсәге тора. Ә башҡорт батальондарын ойоштороу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, шулай иткәндә беҙҙең ярҙам һөҙөмтәлерәк була бара. Беҙ доброволецтарға хәрби бурыстарҙы хәл итеү өсөн кәрәкле бөтә нәмәне даими рәүештә алып барып торабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең яугирҙәр өсөн дә яҡташлыҡ тойғоһо ҙур әһәмиәткә эйә – ул өйҙән алыҫ булғанда ярҙам итә һәм берләштерә.
Шуныһы мөһим, яңы подразделениеға контракт буйынса хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ өсөн ҡаралған бөтә түләүҙәр тараласаҡ. Хеҙмәт башланыр алдынан уҡыу үтергә кәрәк.
Яңы батальон ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтәсәк. Әгәр уның бер өлөшө булырға ҡарар итһәгеҙ, Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3 адресы буйынса килегеҙ. Һайлау критерийҙары һәм хеҙмәт шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте батальон штабында +7 9959486541 (иртәнге сәғәт 9-ҙан 18-гә тиклем) телефоны буйынса һөйләйәсәктәр”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика Башлығы.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, подразделение пилотһыҙ авиация системаларына махсуслашасаҡ. Һайлап алыу башлыса республика кешеләре араһында алып барыла. Был буштан түгел – территориаль принцип Башҡортостанға яугирҙәрҙе техника һәм ҡорамалдар менән адреслы тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Кандидаттар хеҙмәт урынына ебәрер алдынан әҙерлек үтәсәк. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә бөтә төбәк түләүҙәре һәм ярҙам саралары таратыла.
Башҡортостан өсөн исемле батальон булдырыу яңы эш түгел. Был йәһәттән беҙҙең республика айырым ирекле батальондарҙан алыып тулы мотоуҡсылар полкына тиклем юл үтә. 2022 йылда уҡ Башҡортостан Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ике ирекле батальон ойошторҙо. Шул уҡ йылда Росгвардия структураһында Салауат Юлаев исемендәге беренсе батальон булдырыла, ул декабрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. 2023 йылда Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон ойошторола. 2024 йылдың апреленә ике подразделение ла хәрби бурыстар үтәй. 2023 йылда республика шулай уҡ 2,5 мең кешелек “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкын ойоштора, ул республика доброволецтарының иң ҙур хәрби формированиеһына әйләнә. “Башҡортостан” полкы 12 исемле подразделениены берләштерә, шул иҫәптән: Даян Мурзин, Таһир Күсимов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге мотоуҡсылар батальондары; Сергей Зорин исемендәге танк батальоны һәм башҡалар. Шулай уҡ полк составында идара итеү, матди тәьминәт һәм ремонт роталары, хәрби полиция һәм РХБЗ взводтары булдырыла.
Йәғни Башҡортостан тағы бер исемле батальон булдырыу өсөн етди базаһы булған төбәк. Сәйәси мәғлүмәт үҙәге тикшереүе йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә махсус хәрби операцияға комплекслы ярҙам итеүгә йәлеп ителеү буйынса өсөнсө урынды алды. Эксперттар республика етәкселегенең оператив эшен, үҫешкән гуманитар инфраструктураны, ҙур патриотик эште һәм хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү селтәрен билдәләй. Башҡортостандың иң күп үҙ ирекле подразделениеларын булдырыуы айырым билдәләнә. Республиканың юғары позицияһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эҙмә-эҙлекле сәйәсәте һөҙөмтәһе.
Докладта республика предприятиелары БПЛА етештерә, ә исемле подразделениеларға ай һайын меңдән ашыу FPV-дрон ебәрелә, тип билдәләнә. Радий Хәбиров яугирҙәр менән тура бәйләнештә тора һәм уларҙың һорауҙарын иҫәпкә алып, техниканы камиллаштырырға ҡуша.
Яңы батальон Башҡортостан подразделениелары туплаған пилотһыҙ аппараттар ҡулланыу тәжрибәһен дауам итәсәк. Сөнки, “Башҡортостан” полкы ҡарамағында “Айғыр” БПЛА махсус отряды эшләй; 2024 йылдың июлендә Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙың береһендә пилотһыҙ аппараттар менән эшләү буйынса айырым төркөм барлыҡҡа килә. Ул разведка һәм маҡсаттарҙы юҡ итеү менән шөғөлләнә.
Муса Гәрәев исемендәге яңы батальон тулыһынса пилотһыҙ авиация системаларына йүнәлтелгән батальон кимәлендәге тәүге башҡорт формированиеһы буласаҡ.
Батальонға Илеш районында тыуып үҫкән летчик-штурмовик Муса Гәрәев исеме бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул 250 хәрби осош яһай, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Исем һайлау яңы подразделениеның авиация махсуслашыуы менән туранан-тура бәйле.
Муса Гәрәев исеме Башҡортостандың героик авиация традицияларын һәм заманса технологияларҙы берләштерә. Яңы батальон Ватанды һаҡлаусылар быуындарының күсәгилешлеген һәм хәрби бурыстарҙы үтәгән яҡташтарға адреслы ярҙам күрһәтеүҙең артабанғы үҫешен күрһәтә.
Оскар СИТДИҠОВ, МХО Ветерандары ассоциацияһы рәйесе
– Был батальонға ихтыяж ҙур. Беренсенән, заман талабы. Беҙҙең атайҙар, олатайҙар танктарҙа, самолеттарҙа һуғышҡан. Хәҙер һуғыш яңы кимәлгә күсте. Дрондар ғәскәрҙең күҙе, ҡолағы һәм ҡылысына әүерелде. Иң ҙур юғалтыуҙарҙың күбеһе ошо осҡос аппараттар арҡаһында. Яугирҙәрҙе, объекттарҙы уларҙан һаҡлау, үҙебеҙҙең утты дөрөҫ төҙәтеү өсөн был йүнәлештә эшләү мотлаҡ.
Икенсенән, яугирҙәребеҙҙең теләге. Был батальонды булдырыу инициативаһы буштан ғына юғарынан килмәгән. Ул хәрби частарҙың береһендә хеҙмәт иткән егеттәребеҙҙең үтенесе буйынса тыуған. Радий Фәрит улы ла быны хупланы. Быныһы ла бик мөһим: ир-егеттәр үҙҙәре был юлды һайлай, теләп бара.
Өсөнсөнән, республикабыҙҙың тәжрибәһе. Был беренсе батальон түгел. Беҙҙең Башҡортостан был эштә алдынғыларҙан. 2022 йылдан алып Шайморатов, Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальондар, “Ватан” отряды, “Төньяҡ амурҙар” ойошторолдо. 2023 йылда “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы барлыҡҡа килде. Бөгөн инде был технологик яңы батальон. Был эш һөҙөмтә бирә: яугирҙәребеҙ унда хеҙмәт итә, тылдан ярҙам даими килә.
Ә иң мөһиме, был йүнәлеш бөгөн бик перспективалы, ул — армиябыҙҙың киләсәге. Был батальонда хеҙмәт итеү — хәрби хеҙмәттең яңы, заманса өлгөһөн үҙләштереү.
Шулай уҡ республика өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Башҡортостан пилотһыҙ системалар өлкәһендә көслө урын биләй. Республика бында тулы циклды — эшләп сығарыуҙан алып хәрби ҡулланыуға тиклем — үҙ эсенә ала. Ошо базала яңы батальондың формалашыуы һәм көсәйеүе тиҙерәк барасаҡ. Һәм, ғөмүмән, беҙҙең тәжрибәбеҙ башҡа төбәктәр өсөн өлгө буласаҡ.