

Өфө фән һәм технологиялар университеты махсус хәрби операцияға әүҙем ярҙам итә, гуманитар ярҙамды даими йыя.
– Хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса социаль акцияларға Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалдары ла ҡушыла, – тип белдерҙе Өфө университеты ректоры Вадим Захаров. – Мәҫәлән, Нефтекама филиалы студенттары һәм уҡытыусылары гуманитар ярҙам йыйыуҙан тыш, даими рәүештә маскировка селтәрҙәрен үреү, окоп шәмдәре һәм антидрон япмалар эшләү буйынса патриотик акциялар үткәрә. Ишембай филиалы коллективы гуманитар йөк менән посылкаларға яугирҙәргә дәртләндереүсе һәм рәхмәт һүҙҙәре яҙылған хаттар һала. Өфө фән һәм технологиялар университеты Сибай филиалынан МХО биләмәһенә беҙҙең һалдаттар өсөн кәрәкле аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәр эшелонын ебәрә. Алғы һыҙыҡҡа Стәрлетамаҡ һәм Бөрө филиалдары ла гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша, медикаменттар, сығым материалдары, окоп шәмдәре ебәрә... Һәр Ватанды яҡлаусы бөтә Рәсәй һеҙҙең артта тороуын, уларҙы онотмауын һәм батырлыҡтары менән сикһеҙ ғорурланыуын тойһон өсөн бөгөн беҙ быны бергәләп эшләйбеҙ.
Йола буйынса гуманитар ярҙамды оҙатып йөрөүселәр Башҡортостан Республикаһынан мобилизацияланғандар хеҙмәт иткән полктарға бара. Улар беҙҙең гуманитар ярҙамдың ҡулланылыуын күрә, был разведка бурыстарын үтәүҙе күпкә еңеләйтә. Яугирҙәр иһә тапшырылған һәр ярҙам партияһы подразделениеның хәрби һәләтенә ҙур йоғонто яһауын күрһәтә.
– Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университеты йәнә ярҙам партияһын МХО-ға ебәрҙе. Беҙ уны иң кәрәкле әйберҙәрҙән – дизель генераторҙарынан, төрлө ҡорамалдарҙан һәм күп һанлы сығымдарҙан, даими һорау менән файҙаланған нәмәләрҙән тупланыҡ. Беҙҙең гуманитар ярҙам менән бергә бөгөн Башҡортостандан ҡиммәтле йөк туранан-тура 90-сы танк дивизияһына оҙатыла. Иң мөһиме, барыһы ла адресатҡа барып етәсәк, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр сәйәсәте һәм социаль эш буйынса проректоры, Башҡортостан башлығы советнигы Валентин Солодовник.
Фото: Өфө дәүләт нефть техник университетынан.