

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре МХО-ла хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй
"Үҙәк" ғәскәрҙәре төркөмө составындағы пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре подразделениеһы хәрбиҙәре Ырымбур өлкәһе уҡыу йорттары вәкилдәре менән телекүпер барышында МХО биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәү тураһында һөйләгән.
Егеттәр Ватанға хеҙмәт итеү тураһында ҡарар ҡабул итеүҙәре, Рәсәй Оборона министрлығы менән махсус контрактҡа ҡул ҡуйыу үҙенсәлектәре тураһында бәйән иткән, хәрби эшмәкәрлектән тарихтар менән уртаҡлашҡан.
Телекүперҙең төп геройы булып Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжының өсөнсө курс студенты, академик отпуск алып, Рәсәй Оборона министрлығы менән махсус контракт төҙөгән рядовой Иниль Солтанов сығыш яһаған. Әлеге ваҡытта егет FPV-дрон операторы булып хеҙмәт итә.
Яугир телекүперҙә ҡатнашыусыларға махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға этәргес биргән фекерҙәре тураһында һөйләгән, Оборона министрлығы биргән ҡорамалдарҙы һәм экипировканы күрһәткән, хәрби-иҫәп һөнәрен үҙләштереүгә ҡағылышлы шәхси тарихтарын уртаҡлашҡан.
Бынан тыш, яугирҙәр төрлө типтағы дрондар менән таныштырған, шулай уҡ хәрби әҙерлек барышында алған оҫталыҡтарын күрһәткән.
Командование вәкиле, Рәсәй Геройы капитан Тельман Уралбаев үҙ сығышында Рәсәй Ҡораллы Көстәрендәге яңы юғары технологиялы ғәскәр төрөнөң мөһимлеген билдәләп, яугирҙәргә хеҙмәттә уңыштар теләгән һәм Ватанды һаҡлау бурысын сыҙамлы һәм ҡыйыу аткарғандары өсөн рәхмәт белдергән.
Сығанаҡ: "Молодежная газета".
Беҙҙең рәсми МАХ каналына яҙылығыҙ: max.ru/gazetabash...