Барыһы ла Еңеү өсөн
9 Августа , 05:15

МХО ветераны социаль контракт төҙөгән

Учалы районында йәшәгән Руслан Яппаров 2022 йылдың сентябрендә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға китә.

МХО ветераны социаль контракт төҙөгәнМХО ветераны социаль контракт төҙөгән
МХО ветераны социаль контракт төҙөгән

Учалы районында йәшәгән Руслан Яппаров 2022 йылдың сентябрендә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға китә. Хәрби-сәйәси эш буйынса командир урынбаҫары була. Дүрт тапҡыр яралана. Батырлыҡ  ордены, Суворов һәм "Ҡыйыулыҡ өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә.
2025 йылдың ноябрендә запасҡа сығарыла.

Ветеран Силәбе дәүләт техник университетын тамамлаған. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, "Форум" йәмғиәтенә етәкселек итеүен дауам итә. Ойошма металдан сүкеп әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә. Бында 40-тан ашыу станок ҡуйылған, был предприятиеға етештереүҙе тулы циклда алып барырға ярҙам итә.

Быйыл яҙғыһын Рөстәм Яппаров үҙ эшен үҫтереү буйынса консультация һорап мөрәжәғәт итә. ”Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторҙары ветеранға социаль контракт төҙөүгә рекомендациялар алырға булышлыҡ ҡыла. МХО яугирҙәре араһында популяр булған был ярҙам төрө Рөстәм Яппаровҡа уникаль станок һатып алырға мөмкинлек бирә.
Ветеран эшҡыуарлығын артабан үҫтереү, мөһим проекттарҙа ҡатнашыу ниәттәрен йөрөтә.
Сығанаҡ, фото: vk.ru/zashitnikiotechestvarb

МХО ветераны социаль контракт төҙөгән
МХО ветераны социаль контракт төҙөгән
МХО ветераны социаль контракт төҙөгән
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас