Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Августа , 10:00

Өфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы

Квадрокоптерҙар, радиостанциялар, ер өҫтө идара итеү станциялары, аккумуляторҙар, дрон детекторҙары, маскировка саралары һәм башҡа бик кәрәкле әйберҙәр алып барғандар

Өфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙыӨфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы
Өфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы

Өфө ҡалаһы хакимиәте 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы. Гуманитар ярҙам менән бергә кәрәкле техника һәм ҡорамалдар, автомобилдәр, хужалыҡ материалдары, шулай уҡ туғандарынан һәм яҡындарынан шәхси посылкалар тапшырыла.

Йөк составында: квадрокоптерҙар, радиостанциялар, ер өҫтө идара итеү станциялары, аккумуляторҙар, дрон детекторҙары, маскировка саралары һәм башҡа ҡорамалдар.

– Подразделениелар менән бәйләнештә тороуҙы, уларҙың ихтыяждары тураһында белеүҙе һәм түбәндәге ярҙам партияларын ойоштороуҙы дауам итәбеҙ. Кәрәкле әйберҙәрҙең ваҡытында барып етеүе мөһим. Был эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла – депутаттарға, предприятиеларға, ойошмаларға, ирекмәндәргә һәм Өфө халҡына рәхмәт. Беҙ яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ һәм еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.

Өфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы
Өфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы
Өфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы
Өфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы
Өфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы
Өфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы
Өфөләр 77-се гуманитар ылауҙы хәрбиҙәргә алып барҙы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас