Барыһы ла Еңеү өсөн
14 Августа , 14:15

“Черный” ауылдаштарына рәхмәт әйтә

"Черный" 2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Ул батырлығы өсөн Изге Георгий орденының отличие знагы – 4-се дәрәжә Георгий Тәреһе менән наградланған...

“Черный” ауылдаштарына рәхмәт әйтә“Черный” ауылдаштарына рәхмәт әйтә
“Черный” ауылдаштарына рәхмәт әйтә

“Салауат районының Сулпан ауылында йәшәгән яҡташыбыҙ Илдар Һаҙыев 2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Ул батырлығы өсөн  Изге Георгий орденының отличие знагы – 4-се дәрәжә Георгий Тәреһе менән наградланған. “Черный” позывнойлы яугир тыуған районына ялға ҡайтты һәм ирекмәндәр менән осрашты”, тип хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите.

36 йәшлек яугир пехотала хеҙмәт итә, штурмлауҙа ҡатнаша, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Ауылға ҡайтыу менән яугир Сулпан ауылы ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашҡан. Ирекмәндәр фронт өсөн ҙур эш башҡара, яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, гуманитар ярҙам күрһәтә. Илдар Һаҙыев ошо әһәмиәтле эштәрен дауам иткән ирекмәндәргә хеҙмәттәштәре исеменән ҙур рәхмәт белдергән. Фронт өсөн был ярҙам бөгөн айырыуса мөһим!

Фото: “Салауат ерендә” гәзите сайтынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас