

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов “Башҡортостан геройҙары” программаһы финалисы Дмитрий Смирновтың сығарылыш эшен яҡлауҙа ҡатнашты. Ул бер йыл дауамында министр подполковнигыныҢ остазы була.
Дмитрий Смирнов Башҡортостандың инвестиция сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса проект менән таныштырҙы. Рөстәм Моратов билдәләүенсә, уның идеялары ғәмәлдә дауам итәсәк – хәҙер министрлыҡ командаһы яңы инвестиция режимын әҙерләү өҫтөндә эшләй, Уның эшендә Дмитрий Смирнов туранан-тура ҡатнаша. Дмитрий Валерьевичтың проекты ысынлап та үҙенсәлекле. Быйыл ул беҙҙең команданың тулы хоҡуҡлы өлөшөнә әйләнде. Форумдарҙа, кәңәшмәләрҙә һәм эшлекле осрашыуҙарҙа, Башҡортостандың махсус инвестиция режимын әҙерләүҙә ҡатнаша. Уның тәҡдимдәре һәм кире бәйләнеш проектты нығытты, – тип билдәләне Рөстәм Моратов.
Дмитрий Смирнов үҙе программаның власть органдары эшенә яңыса ҡарарға ярҙам итеүен танып: “Миңә яңы мөмкинлектәр асылды”, – ти.
Комиссия уның ҡатнашлығын һәм етди ҡарашын юғары баһалай. Дмитрий 25 йыл хәрби хеҙмәттә булыуына ҡарамаҫтан, граждандар тармағында үҙен белемле һәм киләсәкле идарасы итеп күрһәтә. Стажировка ваҡытында ул республиканың социаль-иҡтисади үҫеш ҡоралдарын өйрәнә, Хөкүмәт кәңәшмәләрендә ҡатнаша һәм эшлекле майҙансыҡтарға сыға.
“Дәүләт һәм муниципаль идара итеү. Башҡортостан Геройҙары” программаһының бөтәһе 64 тыңлаусыһы сығарылыш проекттарын тәҡдим итә. Алда – республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғыстары менән таныштырыу.
Фото: vk.ru/geroi_bashkortostana.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.