Барыһы ла Еңеү өсөн
16 Августа , 09:55

"Хәлемдән килгәндең барыһын да эшләйем"

Сергей Хисмәтуллинға парламент наградаһы тапшырылды.

"Хәлемдән килгәндең барыһын да эшләйем""Хәлемдән килгәндең барыһын да эшләйем"
"Хәлемдән килгәндең барыһын да эшләйем"

Башҡортостанда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов “Башҡортостан” полкы составында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр Сергей Хисмәтуллин менән осрашты.

Яугир 2023 йылдың майында МХО биләмәһенә уҡсы сифатында хеҙмәт итә башлай, ә һуңынан, юғары юридик белемде һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү тәжрибәһен иҫәпкә алып, уға полктың тәүтикшереү бүлегенең эшен ойоштороу бурысы йөкмәтелә.

Илшат Тажетдинов өлгәшкән уңыштары өсөн Сергей Хисмәтуллинға парламент наградаһы –  “Законлылыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн” почет билдәһен тапшырҙы.

Парламентарий яугиргә “Башҡортостан геройҙары” программаһы биргән мөмкинлектәр тураһында һөйләне һәм хәрби хеҙмәте тамамланғас, ошо кадрҙар проектында үҙ көсөн һынап ҡарарға тәҡдим итте.

“Һаулыҡ бар. Эшләргә теләк бар. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияның маҡсаттарына өлгәшеү өсөн үҙемдең хәлемдән килгәндең барыһын да эшләйем”, – тине Хисмәтуллин.

 

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас