Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Августа , 05:30

Ветеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмай

Сергей Феденев ике хәрби конфликтта ҡатнашҡан

Ветеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмайВетеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмай
Ветеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмай

Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙәр кәңәшкә, аныҡ ярҙамға мохтаж. Был йәһәттән республикабыҙҙа төрлө саралар ҡаралған.

Учалы районында йәшәгән Сергей Феденев ике хәрби конфликтта ҡатнашҡан. Чечен Республикаһында Конституцияға ярашлы тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашып ҡайтҡандан һуң, ул таҡта ярыу цехын аса. Махсус хәрби операция башланғас, был юлы ла ситтә ҡалмай – алғы һыҙыҡҡа юллана. Уға оҙаҡ хеҙмәт итергә тура килмәй – бер йылдан һуң ҡаты яраланғас, өйөнә ҡайтаралар.

Ветеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмай, яратҡан һөнәренә тотона – ағастан картиналар, йыһаз, баҫҡыс кеүек әйберҙәр эшләй башлай. Ә инде уның алтын ҡулдары тыуҙырған һәр нәмә юғары ижад өлгөһөн сағылдыра.

Сергей, социаль контракт аша түләү ярҙамында рейсмус станогын алған. Учалылағы “Минең бизнес” үҙәге белгестәре документтар, бизнес-иҫәптәр әҙерләшкән, барлыҡ этаптарҙа ярҙамлашҡан.

Йыл башынан Учалының “Минең бизнесым” офисы аша йәмғеһе 39 эшҡыуар социаль контракт буйынса ярҙам алған. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн комплексы ярҙам саралары ғәмәлдә, улар – льготалы займдар, гарантиялар, лизинг, консультациялар һәм белем биреү программалары.

– Ватанды яҡлаусыларыбыҙ, хеҙмәт итеүҙән тыш, ижад менән дә шөғөлләнә. Беҙ уларға тыуған ерҙә тыныс тормошта эшләргә ярҙам итергә бурыслыбыҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов.

Фото сығанағы: Р. Хәбибовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Ветеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмай
Ветеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмай
Ветеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмай
Ветеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмай
Ветеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмай
Ветеран-яугир тыныс тормошта юғалып ҡалмай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас